Найти в Дзене

Баш ҡалабыҙҙа йәш ғалимдар йыйыла

2 июлдән 4 июлгә тиклем Өфөлә “Традициялар тәрәнлегенән технологиялар бейеклегенә тиклем” тип аталған Бөтә Рәсәй Йәш ғалимдар советтары һәм студенттарҙың фәнни берләшмәләре съезы үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Съезда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән, шулай уҡ БДБ һәм Ҡытай илдәренән 1300-ҙән ашыу йәш ғилми йәмәғәтселек вәкиле ҡатнаша. Бөгөн Өфөлә Тула, Донецк, Воронеж, Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙан йәш ғалимдар өсөн фәнни-популяр экскурсиялар ойошторолдо. Йәш ғалимдар Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Өфө вуз-ара студенттар кампусы лабораторияларында, Спаркс киберспорт үҙәгендә булды, суперкомпьютер һәм робот-ярҙамсылар, шулай уҡ алдынғы IT-компанияларҙың заманса технологиялары менән танышты. Экскурсиялар “Сократ” гуманитар турын һәм “Пифагор. IT-Ufa” программаһын үҙ эсенә ала. Донецк милли техник университетының студент конструкторҙар бюроһы етәксеһе Елена Алексеева, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге үҙенең заманса ҡорамалдары һәм алдынғы технологиялары менән һоҡландырҙы, тип билдәләне. “Бында

2 июлдән 4 июлгә тиклем Өфөлә “Традициялар тәрәнлегенән технологиялар бейеклегенә тиклем” тип аталған Бөтә Рәсәй Йәш ғалимдар советтары һәм студенттарҙың фәнни берләшмәләре съезы үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Съезда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән, шулай уҡ БДБ һәм Ҡытай илдәренән 1300-ҙән ашыу йәш ғилми йәмәғәтселек вәкиле ҡатнаша. Бөгөн Өфөлә Тула, Донецк, Воронеж, Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙан йәш ғалимдар өсөн фәнни-популяр экскурсиялар ойошторолдо. Йәш ғалимдар Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Өфө вуз-ара студенттар кампусы лабораторияларында, Спаркс киберспорт үҙәгендә булды, суперкомпьютер һәм робот-ярҙамсылар, шулай уҡ алдынғы IT-компанияларҙың заманса технологиялары менән танышты. Экскурсиялар “Сократ” гуманитар турын һәм “Пифагор. IT-Ufa” программаһын үҙ эсенә ала. Донецк милли техник университетының студент конструкторҙар бюроһы етәксеһе Елена Алексеева, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге үҙенең заманса ҡорамалдары һәм алдынғы технологиялары менән һоҡландырҙы, тип билдәләне. “Бында шундай әүҙем, дәртле йәштәр эшләй. Өфө университетының студент конструкторҙар бюроһында коллега-студенттарҙың беҙҙең Горловкалағы филиалдағы кеүек үк проекттар өҫтөндә эшләүен күрҙем. Маршруттың тағы бер йүнәлеше Ростелеком булды – бында сәнәғәт һәм тормош өсөн бик күп ҡыҙыҡлы, технологик башланғыстарҙы күреүгә өлгәштек”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Елена Алексеева. БР Фәнни-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһы директоры Наталия Латипова һөйләүенсә, республикала әлеге үҙәк ғалимдары әҙерләгән туғыҙ фәнни-популяр тур эшләй. – Был – бөтә университеттарыбыҙ һәм ғилми ойошмаларыбыҙ менән берлектә булдырылған тәүге маршруттар. Һәр тур фәнни йүнәлештәрҙең береһенә, атап әйткәндә, гуманитар, техник, химик, биологик-медицина, IT, физика-математика йүнәлештәренә арналған. Маршруттар республиканың уникаль ғилми-тикшеренеү инфраструктураһы объекттарына – университет лабораторияларынан алып реаль сектор предприятиеларына тиклем эләгеү мөмкинлеген бирә, – тип билдәләне Наталья Латипова. 2 июлдә «Торатау» конгресс-холында, XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар советы съезына ярашлы, «Фәнни һуҡмаҡ» практикумы үтәсәк. Ҡатнашыусылар фәнни-популяр турҙар эшләү методикаһын, фәнни коммуникация принциптарын үҙләштерәсәк һәм мауыҡтырғыс маршруттар булдырырға өйрәнәсәк. Сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.