Найти в Дзене

Фән өлкәһендә уртаҡлашыр тәжрибәбеҙ етерлек

Бөгөн, 1 июлдә, «Башинформ» агентлығында 2 – 4 июлдә Өфөлә үтәсәк XIII Бөтә Рәсәй Йәш ғалимдар советы һәм Студент фәнни берләшмәләре съезына арналған матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Хәбәр итеүебеҙсә, “Традициялар тәрәнлегенән – технологиялар бейеклегенә тиклем” тип аталған сара баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында үтә. Матбуғат конференцияһында БР фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина, “Курчатов институты” ғилми-тикшеренеү үҙәгенең мегасайенс проекттары буйынса директор урынбаҫары, РФ Президенты ҡарамағындағы Фән һәм юғары белем биреү буйынса советтың Фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы рәйесе Никита Марченков, Фән һәм мәғариф инициативаларын үҫтереү үҙәге директоры, РФ Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы ағзаһы Ольга Тарасова, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Йәш ғалимдар клубы рәйесе Айгөл Шадрина, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Йәш ғалимдар советы рәйесе Роман Кулешов ҡатнашты. – Бөтә Рәсәйҙән шундай күләмдә ҡунаҡтар ҡабул итеү – үҙе үк абруйлы һәм хөрмәтле миссия. Форумдың төп маҡсаттарының береһе – башҡаларҙан өйрәнеү һәм үҙебеҙҙең өлгәшелгәндәрҙе күрһәтеү. Әйтергә кәрәк, беҙҙең күрһәтерлек ҡаҙаныштарыбыҙ һәм уртаҡлашырлыҡ тәжрибәбеҙ бар. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда фәнде үҫтереү һәм фәнни йәмәғәтселеккә, йәш ғалимдарға ярҙам саралары булдырыу йәһәтенән ғәйәт ҙур эштәр башҡарыла. Республикабыҙҙың дүрт юғары уҡыу йорто “Өҫтөнлөк – 2030” программаһына инде. Бындай һөҙөмтә тотош Рәсәй өсөн өлгө булырлыҡ. Өфөлә ҡала үҙәгендә кампус төҙөлә, ул һоҡланғыс фәнни үҙәккә әйләнә бара. Иң мөһиме – йәштәр, грант алыусылар, беҙҙең докторҙар, кандидаттар. Һәм бындай сараларҙа улар фекерҙәштәре менән осраша. Шул уҡ ваҡытта, алдағы съезд — ул беҙҙең өсөн дә һынау: үҙебеҙҙе күрһәтеү һәм яҡшы тәжрибәләрҙе үҙләштереү», — тине Светлана Мостафина. Билдәле булыуынса, съезд йыл һайын ил Президенты ҡушыуы буйынса Фән һәм технологиялар ун йыллығы сиктәрендә үткәрелә. Сараны үткәреүҙең төп маҡсаты – йәш ғалимдарҙы йәмғиәтте һәм илебеҙҙе үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә йәлеп итеү. Съезда йәш ғалимдарҙың федераль, төбәк һәм тармаҡ советтары, студенттар ғилми йәмғиәттәре вәкилдәре, фән һәм инновациялар өлкәһендә йәш ғалимдар өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһы лауреаттары, дәүләт ярҙамы саралары алыусы йәш ғалимдар, йәштәр лабораториялары етәкселәре һәм ҡатнашыусылары, фән, технологиялар һәм юғары белем биреү өлкәһендә кадрҙар идара итеү резервын үҫтереү программаһын тамамлаусылар, шулай уҡ студенттар һәм бөтә илдән аспиранттар ҡатнаша. Автор фотолары.