Бөгөн киске сәғәт алты тирәһендә Балаҡатай районында, Оло Ыҡтамаҡ – Яңы Балаҡатай автомобиль юлының 32-се километрында, фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республиканың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 46 йәшлек водитель идара иткән “Газель” автомашинаһы “Киа Сид” автомобиле менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Киа Сид“ рулендәге 56 йәшлек водитель алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында уҡ йән биргән, уның ике пассажиры дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған, сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ. Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, ашыҡмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Фото: БР дәүләт автоинспекцияһының видеояҙмаһынан скриншот.