Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ғәшүрә көнө етә: нимәләрҙе белергә кәрәк?

Билдәле булыуынса, 26 июндә һижри календарь буйынса 1447 йыл башланды. Яңы йылыбыҙ имен-аман үтһен, донъяла тыныслыҡ урынлашһын, халҡыбыҙ, илебеҙ, өммәтебеҙ артабан да нығынһын, иншаллаһ! Динебеҙҙә әйтелеүенсә, мөхәррәмдең тәүге ун көнөндә яңы эштәр башлау хәйерле. Был осорҙа элек-электән туйҙар үткәрелгән, йортҡа нигеҙ һалынған. Мөхәррәм шулай уҡ “тыйыу айы” тип һаналған – унда борондан һуғыш башларға ярамаған. Яңы йылдың тәүге айының унынсы көнө – Ғәшүрә. Уны ураҙа тотоп үткәреү хәйерле һанала, был турала байтаҡ хәҙис бар. Быйыл Ғәшүрә 5 июлгә тура килә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм былай тигән: “Кем һәр айҙың өс көнөндә һәм Рамаҙан айында ураҙа тота, шул һәр ваҡыт ураҙала йөрөгән кеүек булыр. Ғәрәфә көнө өсөн Аллаһ Тәғәлә үткән йылда һәм быйыл ҡылынған гонаһтарҙы кисерер, тип өмөт итәм. Ә Ғәшүрә көнөндә тотолған ураҙа өсөн Аллаһ былтырғы гонаһтарҙы юйыр тип ышанам” (Мөслим йыйынтығынан). Тимәк, Ғәшүрә көнөндә тотолған ураҙа үткән йылдың гонаһтарын юя. Аллаһ Тәғәлә хозурына

Билдәле булыуынса, 26 июндә һижри календарь буйынса 1447 йыл башланды. Яңы йылыбыҙ имен-аман үтһен, донъяла тыныслыҡ урынлашһын, халҡыбыҙ, илебеҙ, өммәтебеҙ артабан да нығынһын, иншаллаһ! Динебеҙҙә әйтелеүенсә, мөхәррәмдең тәүге ун көнөндә яңы эштәр башлау хәйерле. Был осорҙа элек-электән туйҙар үткәрелгән, йортҡа нигеҙ һалынған. Мөхәррәм шулай уҡ “тыйыу айы” тип һаналған – унда борондан һуғыш башларға ярамаған. Яңы йылдың тәүге айының унынсы көнө – Ғәшүрә. Уны ураҙа тотоп үткәреү хәйерле һанала, был турала байтаҡ хәҙис бар. Быйыл Ғәшүрә 5 июлгә тура килә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм былай тигән: “Кем һәр айҙың өс көнөндә һәм Рамаҙан айында ураҙа тота, шул һәр ваҡыт ураҙала йөрөгән кеүек булыр. Ғәрәфә көнө өсөн Аллаһ Тәғәлә үткән йылда һәм быйыл ҡылынған гонаһтарҙы кисерер, тип өмөт итәм. Ә Ғәшүрә көнөндә тотолған ураҙа өсөн Аллаһ былтырғы гонаһтарҙы юйыр тип ышанам” (Мөслим йыйынтығынан). Тимәк, Ғәшүрә көнөндә тотолған ураҙа үткән йылдың гонаһтарын юя. Аллаһ Тәғәлә хозурына күсергә бер нисә ай ҡалғас, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең: “Киләһе йылға тиклем йәшәһәм, туғыҙынсы мөхәррәмдә лә ураҙа тотасаҡмын”, – тигәне билдәле (Мөслим йыйынтығынан). Ләкин уға киләһе мөхәррәмгә тиклем йәшәргә насип булмаған. Ә беҙҙең был мөбәрәк айҙың 9-сы, 10-сы көндәрен дә ураҙа, истиғфар, зикерҙәр һәм доғалар менән үткәрергә мөмкинлегебеҙ бар әле, иншаллаһ. Июль айына намаҙ уҡыу ваҡытын тәҡдим итәбеҙ. Таблица Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.