Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өс ҡыҙ бер мәлдә етем ҡала...

29 июндә Балтас районында Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлының 57-се километрында булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек инде. Юл-транспорт ваҡиғаһында 38 йәшлек күп балалы әсәнең ғүмере өҙөлдө. Янында ултырған дүрт бала төрлө йәрәхәттәр алды һәм әлеге ваҡытта дауаханала. Ҡатын ул көндө “Лада Гранта” машинаһына идара итә. Ҡайһылыр мәлдә ул транспортҡа идараны юғалта һәм ошо сәбәпле юлдан осоп түңкәрелә. Ҡатын табиптар килеп еткәнсе урында һәләк була. Әлеге ваҡытта аварияның ни сәбәпле килеп сыҡҡаны аныҡ ҡына билдәле түгел. Тикшереү алып барыла, экспертизалар билдәләнгән. “КП-Өфө” баҫмаһы асыҡланыуынса, рулдә 38 йәшлек Марина һәм уның 11, дүрт һәм йәш ярымлыҡ ҡыҙы һәм 11 йәшлек һеңлеһе ултырған. Балаларҙы Балтас район дауаханаһына алып китәләр. Өсәүһе ошонда дауаланасаҡ, берәүһенең хәле ауыр, уны Өфөгә оҙаталар. Был көндө Марина үҙе йәшәгән Тәтешле районының Сәүкияҙ ауылына ҡайтып барған. Унда ул балалары һәм өләсәһе менән йәшәгән. Яҡындары әйтеүенсә, Марина көслө холоҡло кеше б

29 июндә Балтас районында Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлының 57-се километрында булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек инде. Юл-транспорт ваҡиғаһында 38 йәшлек күп балалы әсәнең ғүмере өҙөлдө. Янында ултырған дүрт бала төрлө йәрәхәттәр алды һәм әлеге ваҡытта дауаханала. Ҡатын ул көндө “Лада Гранта” машинаһына идара итә. Ҡайһылыр мәлдә ул транспортҡа идараны юғалта һәм ошо сәбәпле юлдан осоп түңкәрелә. Ҡатын табиптар килеп еткәнсе урында һәләк була. Әлеге ваҡытта аварияның ни сәбәпле килеп сыҡҡаны аныҡ ҡына билдәле түгел. Тикшереү алып барыла, экспертизалар билдәләнгән. “КП-Өфө” баҫмаһы асыҡланыуынса, рулдә 38 йәшлек Марина һәм уның 11, дүрт һәм йәш ярымлыҡ ҡыҙы һәм 11 йәшлек һеңлеһе ултырған. Балаларҙы Балтас район дауаханаһына алып китәләр. Өсәүһе ошонда дауаланасаҡ, берәүһенең хәле ауыр, уны Өфөгә оҙаталар. Был көндө Марина үҙе йәшәгән Тәтешле районының Сәүкияҙ ауылына ҡайтып барған. Унда ул балалары һәм өләсәһе менән йәшәгән. Яҡындары әйтеүенсә, Марина көслө холоҡло кеше булған. Ул яңғыҙы балалар үҫтергән, хужалығын ҡараған. Тауыҡтар аҫраған һәм һыйыр алырға хыялланған. Әсәһе һәм өлөсәһе балаларын ҡарашҡан. – Ул бөтә нәмәгә лә өлгөрә ине. Матур итеп балаларын да тәрбиәләне, егәрле лә ине. Ул изге күңелле һәм ныҡ холоҡло ҡатын ине, – тигён уның тураһында әхирәте. Маринаның өлкән ҡыҙы ҙурайып, ҡул араһына инеп бөткән була, уртансыһы быйыл беренсе класҡа йыйынған, ә бәләкәйенең саҡ теле сыға башлаған. Хәҙер ҡыҙҙар әсәйһеҙ ҡалды... Маринаны бөгөн тыуған ауылында ерләнеләр. Балалары, моғайын, өләсәләре менән ҡалыр. Ҡыҙын юғалтҡан ҡатын әле был хәлде аҙағына тиклем аңлап бөтә алмаһа ла, үҙен тоторға тырыша. Фото6 КП-Өфө.