Найти в Дзене

Ирекмәндәр экоакция үткәрҙе

Өфөнөң Көньяҡ Урал ботаника баҡсаһы-институтында күләмле экологик сара уҙҙы. Ул “Экологик именлек” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие") башҡарылды, тип хәбәр итә төбәктең Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы. Был сара биләмәне төҙөкләндереүгә, һирәк үҫемлектәрҙе һаҡлауға арнала. Ул ирекмәндәрҙе, экологтарҙы, бизнес вәкилдәрен берләштерҙе. Акцияла 46 ирекмән ҡатнашты. Улар араһында “Газпромтрансгаз Өфө” инженер техник үҙәгенең тирә-яҡты һаҡлау буйынса хеҙмәте белгестәре , “Яңы кешеләр” партияһының төбәк бүлексәһе активистары, “Эколог” үҙәге командаһы ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар баҡсаны ҡороған ботаҡтарҙан, ҡойолған япраҡтарҙан таҙартты. Бынан тыш ирекмәндәр йүкәнең Ҡыҙыл китапҡа ингән биш һирәк төрөн ултыртты. Ошо рәүешле юҡҡа сығып барған төрҙәрҙе тергеҙеүгә булышлыҡ ителде. Баҡсаның ғилми хеҙмәткәре Илья Членов урындағы флора тураһында лекция уҡыны, экосистеманы һаҡлауҙың мөһимлеген атаны. “Экология именлеге” милли проекты тирә-яҡ м

Өфөнөң Көньяҡ Урал ботаника баҡсаһы-институтында күләмле экологик сара уҙҙы. Ул “Экологик именлек” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие") башҡарылды, тип хәбәр итә төбәктең Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы. Был сара биләмәне төҙөкләндереүгә, һирәк үҫемлектәрҙе һаҡлауға арнала. Ул ирекмәндәрҙе, экологтарҙы, бизнес вәкилдәрен берләштерҙе. Акцияла 46 ирекмән ҡатнашты. Улар араһында “Газпромтрансгаз Өфө” инженер техник үҙәгенең тирә-яҡты һаҡлау буйынса хеҙмәте белгестәре , “Яңы кешеләр” партияһының төбәк бүлексәһе активистары, “Эколог” үҙәге командаһы ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар баҡсаны ҡороған ботаҡтарҙан, ҡойолған япраҡтарҙан таҙартты. Бынан тыш ирекмәндәр йүкәнең Ҡыҙыл китапҡа ингән биш һирәк төрөн ултыртты. Ошо рәүешле юҡҡа сығып барған төрҙәрҙе тергеҙеүгә булышлыҡ ителде. Баҡсаның ғилми хеҙмәткәре Илья Членов урындағы флора тураһында лекция уҡыны, экосистеманы һаҡлауҙың мөһимлеген атаны. “Экология именлеге” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.