Найти в Дзене

Йәрмәкәй егете – яҡташтарының ғорурлығы

Йәрмәкәй районынан “Лев“ позывнойлы яугир йәнтөйәгенең дә, иленең дә терәге булған ысын ир-егет. Ул “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашып, илдең мәнфәғәтен яҡлай. “Лев” тәүҙә Йәрмәкәй урта мәктәбен тамамлай, һуңынан Башҡортостан дәүләт аграр университетында инженер-механик һөнәре буйынса белем ала. Һалдат бурысын стратегия тәғәйенләнешендәге ракета ғәскәрҙәрендә үтәй. Армиянан һуң Себерҙә эшләй. 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация ваҡытында махсус хәрби операцияға саҡырыла. - Ваҡыт беҙҙе һайланы. Шуға ла беҙ махсус хәрби операцияға юлландыҡ, – ти яугир. Үҙенең хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Күкрәген биҙәгән наградалары ла уның батырлығы тураһында һөйләй. “Икенсе дәрәжә Хәрби ҡаһарманлығы өсөн” миҙалын былтыр август айында алған. Тыуған яғына ялға ҡайтҡан мәлендә Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Рөстәм Әлимғафаров менән осрашыу мәлендә “Лев” үҙенең яуҙаштарының үтенестәрен дә еткерҙе. Яугиргә яҡташтары менән район һабантуйын да күреү форсаты тейҙе. Райондаштар

Йәрмәкәй районынан “Лев“ позывнойлы яугир йәнтөйәгенең дә, иленең дә терәге булған ысын ир-егет. Ул “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашып, илдең мәнфәғәтен яҡлай. “Лев” тәүҙә Йәрмәкәй урта мәктәбен тамамлай, һуңынан Башҡортостан дәүләт аграр университетында инженер-механик һөнәре буйынса белем ала. Һалдат бурысын стратегия тәғәйенләнешендәге ракета ғәскәрҙәрендә үтәй. Армиянан һуң Себерҙә эшләй. 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация ваҡытында махсус хәрби операцияға саҡырыла. - Ваҡыт беҙҙе һайланы. Шуға ла беҙ махсус хәрби операцияға юлландыҡ, – ти яугир. Үҙенең хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Күкрәген биҙәгән наградалары ла уның батырлығы тураһында һөйләй. “Икенсе дәрәжә Хәрби ҡаһарманлығы өсөн” миҙалын былтыр август айында алған. Тыуған яғына ялға ҡайтҡан мәлендә Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Рөстәм Әлимғафаров менән осрашыу мәлендә “Лев” үҙенең яуҙаштарының үтенестәрен дә еткерҙе. Яугиргә яҡташтары менән район һабантуйын да күреү форсаты тейҙе. Райондаштарын халыҡ байрамы менән ҡотлап, ул барлыҡ хәрбиҙәр исеменән тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. – Һабантуй – ул республикабыҙ, районыбыҙ халҡының дуҫлыҡ, берҙәмлек, хеҙмәт байрамы. Бөгөн беҙ Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәр составында ҡулға ҡорал алып, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ҡарт олатайҙарыбыҙ һымаҡ ил тыныслығы һағына баҫтыҡ. Нацист режимын беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ. Ерҙәге тыныслыҡ, дөрөҫлөк өсөн һәләк булған егеттәребеҙҙе лә һәр ваҡыт хәтерләйәсәкбеҙ. Йәрмәкәй районы халҡына, муниципалитет хакимиәтенә, ирекмәндәргә күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт. Тыуған яғыбыҙҙан посылкаларығыҙҙы алыу күңелебеҙҙе йылыта. Улар беҙгә көс тә, ышаныс та өҫтәй. Бындай иғтибар беҙҙе онотмауығыҙ, хәстәрләүегеҙ тураһында һөйләй. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - тине “Лев” позывнойлы һалдат. Әйткәндәй, районда һалдаттарыбыҙға гуманитар ярҙам итеү мәсьәләһе һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Әлимғафаров махсус-хәрби операцияһы зонаһына туғыҙ тапҡыр гуманитар ылау илткән. Тылдағыларҙың ҡулдарынан килгәнсә һалдаттарыбыҙға ярҙам күрһәтеүе уларға үҙҙәренең хәрби бурыстарын сифатлы итеп башҡарырға булышлыҡ итә. Фото: Ынйы Шафиҡова.