Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡарый китапханаһының мөмкинлектәре киңәйә

Краснокама районының Ҡарый ауылында урынлашҡан модель китапханаға яңы китаптар һәм ҡорамалдар килтерелде, тип хәбәр итә район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Был “Ғаилә” милли проектының (национальный проект “Семья”) "Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы" йүнәлеше ярҙамында тормошҡа ашырылды. Атап әйткәндә, ойошма яңы компьютерлы булды. Тимәк, бында йәшәгән халыҡ электрон китапхана менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә, тигән һүҙ. Бынан тыш, улар онлайн-курстарҙа уҡый һәм башҡа һанлы ресурстарҙан файҙалана ала. Шулай уҡ китапханаға принтер, сканер һәм күсермә аппаратын берләштергән күп функциялы ҡорамал килде. Китапханаға Рәсәй тарихы һәм мәҙәниәте, ғаилә ҡиммәттәре буйынса, классик һәм хәҙерге әҙәбиәт, фәнни-популяр баҫмалар һатып алынды. “Хәҙер беҙҙең китап һаҡлаусы ғына түгел, ә ысын мәҙәни майҙансыҡ булыр өсөн бөтә нәмә лә бар. Халыҡ уҡырға баҫмалар алыу менән генә сикләнмәҫ, ә электрон ресурстар менән эшләр, документтарҙы баҫтыра йәки яңы нәмә белә ала. Был – ҙур алға китеш”,

Краснокама районының Ҡарый ауылында урынлашҡан модель китапханаға яңы китаптар һәм ҡорамалдар килтерелде, тип хәбәр итә район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Был “Ғаилә” милли проектының (национальный проект “Семья”) "Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы" йүнәлеше ярҙамында тормошҡа ашырылды. Атап әйткәндә, ойошма яңы компьютерлы булды. Тимәк, бында йәшәгән халыҡ электрон китапхана менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә, тигән һүҙ. Бынан тыш, улар онлайн-курстарҙа уҡый һәм башҡа һанлы ресурстарҙан файҙалана ала. Шулай уҡ китапханаға принтер, сканер һәм күсермә аппаратын берләштергән күп функциялы ҡорамал килде. Китапханаға Рәсәй тарихы һәм мәҙәниәте, ғаилә ҡиммәттәре буйынса, классик һәм хәҙерге әҙәбиәт, фәнни-популяр баҫмалар һатып алынды. “Хәҙер беҙҙең китап һаҡлаусы ғына түгел, ә ысын мәҙәни майҙансыҡ булыр өсөн бөтә нәмә лә бар. Халыҡ уҡырға баҫмалар алыу менән генә сикләнмәҫ, ә электрон ресурстар менән эшләр, документтарҙы баҫтыра йәки яңы нәмә белә ала. Был – ҙур алға китеш”, – ти баш китапханасы Аида Васильева. Яңыртылған милли проектттар РФ Президенты В.В. Путин ҡарары менән быйылдан башлап тормошҡа ашырыла. “Ғаилә” МП-һы ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы яҡлауға тәғәйенләнгән күп сараларҙы үҙ эсенә ала. Элекке “Мәҙәниәт” милли проекты ошо яңыртылған программаға индерелде. Фото: krasnokama.bashkortostan.ru