Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Табыш алыу көтөп торһон, рухи аҙыҡ кәрәк!

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа баҫма киң мәғлүмәт сараларын таратыуҙағы проблемаларға арналған түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Уны парламенттың гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов алып барҙы. Фекер алышыуҙа Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, республиканың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығының сауҙаны һәм көнкүреш хеҙмәттәрен координациялау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Наил Яхин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова-Байбулатова, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәсүл Сәфәрғәлиев, “Верес” йәмғиәте директоры Тимур Әхмәтшин, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, “Республика Башкортостан” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Нәбиева, “Ҡызыл Таң” гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов һәм башҡалар сығыш яһаны. “Беҙҙең күпселек һайлаусыларыбыҙ оло йәштә һәм матбуғатты даими уҡып барыусыларҙың да күбеһе

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа баҫма киң мәғлүмәт сараларын таратыуҙағы проблемаларға арналған түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Уны парламенттың гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов алып барҙы. Фекер алышыуҙа Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, республиканың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығының сауҙаны һәм көнкүреш хеҙмәттәрен координациялау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Наил Яхин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова-Байбулатова, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәсүл Сәфәрғәлиев, “Верес” йәмғиәте директоры Тимур Әхмәтшин, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, “Республика Башкортостан” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Нәбиева, “Ҡызыл Таң” гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов һәм башҡалар сығыш яһаны. “Беҙҙең күпселек һайлаусыларыбыҙ оло йәштә һәм матбуғатты даими уҡып барыусыларҙың да күбеһе – улар. Шуға күрә беҙ ошо баҫма киң мәғлүмәт сараларына ярҙам итергә бурыслыбыҙ, тик һатыу нөктәләре кәмей, беҙ гәзит-журналдар һатҡан был киосктарҙы һаҡлап ҡалыу яҡлы”, – тине Рөстәм Рифат улы. – “Интернеттағы мәғлүмәттәргә генә ышанып булмай хәҙерге заманда, ә баҫма саралар, йәғни матбуғат йөҙ проценты менән ышаныслы”. “Беҙгә гәзит һәм журналдар һатҡан нөктәләр һанын кәметмәҫкә кәрәк. Уларҙың стационар булғанынан тыш, аҙыҡ-түлек кибеттәрендә һәм сауҙа үҙәктәрендә урынлаштырыуҙы ла арттырға кәрәк. Беҙ, күптән түгел Воронеж ҡалаһына барып, унда матбуғатты таратыу нөктәләрен нисек ойоштороуҙары буйынса тәжрибә уртаҡлашып ҡайттыҡ. Почта хеҙмәтенә килгәндә, был тармаҡта деградация көсәйә бара, шул арҡала ул беҙҙе лә аҫҡа һөйрәй, хәҙер почтальоны булмаған тотош ауыл советтары биләмәләре барлыҡҡа килде, был матбуғат таратыуҙы айырыуса ныҡ ҡатмарлаштыра”, – тине Максим Владимирович. “Бөгөн донъяла мәғлүмәт һуғышы бара һәм ул беҙҙең дә аңдарҙы бутарға маташа”, – тине Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы. – “Шуға күрә, әйҙәгеҙ, баҫма матбуғатты табыш алыу һәм рентабеллек йәһәтенән түгел, ә уның ваҡиғаларҙы нисек объектив яҡтыртыуына, халыҡҡа рухи аҙыҡ биреүенә, илһөйәрлек тәрбиәләүенә, ғөмүмән, идеологик йүнәлеш буйынса әүҙем эш алып барыуына ҡарап баһалайыҡ һәм уға ярҙам итәйек”. Түңәрәк өҫтәлдә сығыш яһаусылар киоск урынына павильондар булдырыуҙы әүҙемерәк ойошторорға тәҡдим итте, сөнки үтеп барыусылар киоск тәҙрәһенә ҡуйылған бер нисә генә гәзит һәм журналды шәйләмәй, хатта улар артындағы һатыусыны ла күрмәй. Һөҙөмтәлә улар аҙ һатыла, һатыусының эш хаҡы ла үтә аҙ килеп сыға. Ә павильондарға инһәң, ундағы продукцияны байҡау, һайлау, һатыусы менән кәңәшләшеү, төрлө канцелярия һәм башҡа тауарҙар алыу мөмкинлеге тыуа. Автор фотоһы.