Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Урта һөнәри белемгә иғтибар арттырыла

Бөгөн, 1 июлдә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урта һөнәри белем биреү буйынса республика советының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Ул Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәге майҙансығында үтте. Сарала төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ Башҡортостандың юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары етәкселәре ҡатнашты. Улар республика колледждарында тәрбиә эшен ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе. Радий Хәбиров үҙенең сығышында студенттар коллективтарының әхлаҡи мөхитенә Һәм йәштәрҙең әхлаҡи ҡараштарына Башҡортостандың һәм бөтә илдең киләсәге бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Республикабыҙ өсөн һөнәри белем биреү системаһының ҙур әһәмиәтен аңлайбыҙ. Шуға күрә, ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, тәү сиратта уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Былтыр төбәк бюджеты иҫәбенә 15 колледжды тәртипкә килтерҙек. Йыл һайын дөйөм ятаҡтарҙы ремонтлауға ла 500-әр миллион һум бүләбеҙ. Шуныһы мөһим: быйылдан колледждарҙы капиталь рем

Бөгөн, 1 июлдә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урта һөнәри белем биреү буйынса республика советының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Ул Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәге майҙансығында үтте. Сарала төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ Башҡортостандың юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары етәкселәре ҡатнашты. Улар республика колледждарында тәрбиә эшен ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе. Радий Хәбиров үҙенең сығышында студенттар коллективтарының әхлаҡи мөхитенә Һәм йәштәрҙең әхлаҡи ҡараштарына Башҡортостандың һәм бөтә илдең киләсәге бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Республикабыҙ өсөн һөнәри белем биреү системаһының ҙур әһәмиәтен аңлайбыҙ. Шуға күрә, ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, тәү сиратта уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Былтыр төбәк бюджеты иҫәбенә 15 колледжды тәртипкә килтерҙек. Йыл һайын дөйөм ятаҡтарҙы ремонтлауға ла 500-әр миллион һум бүләбеҙ. Шуныһы мөһим: быйылдан колледждарҙы капиталь ремонтлау буйынса федераль программа эшләй. Ике йыл эсендә республикала ете учреждение бинаһын ремонтлайбыҙ, - тине төбәк етәксеһе. Билдәләп үтергә кәрәк, Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың барлыҡ дәүләт колледждарында тәрбиә буйынса советник вазифаһы индерелде. Студент слеттары һәм активистар менән осрашыуҙар даими үтә. Республика колледждарында “Беренселәр хәрәкәте”нең 99 беренсел бүлексәһе булдырылды. Колледж студенттары һәм педагогтары өсөн ай һайын “Белем. Төбәктәр” мәғрифәтселек проектына ярашлы күсмә лекциялар үткәрелә. Башҡортостан Башлығы йәштәр менән артабан эшләүҙең бер нисә өҫтөнлөклө йүнәлешен билдәләне. Улар иҫәбендә – колледж студенттарын йәмәғәт һәм ирекмәндәр эшмәкәрлегенә, төҙөлөш отрядтары эшенә йәлеп итеү. Ултырышта ҡатнашыусылар йәштәрҙе әхлаҡи-патриотик тәрбиәләүҙең уңышлы практикалары һәм уларҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итеү тураһында докладтар менән сығыш яһаны. Радий Хәбиров колледж етәкселәренә ошондай проекттарҙы үҫтергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Төбәк етәксеһе намыҫлы хеҙмәте өсөн уҡыу йорттары директорҙарына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты.