2025 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 33 тораҡ пунктты газ менән тәьмин итеү селтәренә тоташтырырға планлаштыралар. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Газпром межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов хәбәр итте. Ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендә газ үткәргестәр төҙөү 2025 йылға тиклем төбәкте газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү программаһы сиктәрендә алып барыла, ул 2020 йылда раҫлана. Уның буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме – 26,9 миллиард һум. – 2021 йылдан башлап зәңгәр яғыулыҡҡа 16,1 мең йортто газлаштырыу мөмкинлеге булған 87 тораҡ пункт тоташтырылды, – тине Альберт Лоҡманов. Эштең тағы бер йүнәлеше – социаль газлаштырыу программаһы. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса тормошҡа ашыралар. 2021 йылда дәүләт башлығы элек газлаштырылған тораҡ пункттарҙағы йорт сиктәренә бушлай газ үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. Был эш өсөн берҙәм газ үткәреү оп
Йыл аҙағына тиклем 33 ауылға газ үткәреү планлаштырыла
30 июня 202530 июн 2025
1 мин