Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Бисмиллаһ" тип башланыҡ!

Бөгөн Башҡортостанда мөһим ваҡиға – ике йылға Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан ябылды. Йәмәғәтселек был турала яҡшы белә – властар эштәрҙең һәр этабын ентекле аңлатып барҙы. Һәйкәл 57 йыл эсендә ысынлап та туҙған, авария хәленә еткән. Әгәр уны тиҙ арала реставрацияламаһаң – уға бөтөнләй юҡҡа сығыу хәүефе янай! Һәйкәлде федераль кимәлдәге эксперттар ныҡлап тикшерҙе һәм ҡарарҙарын әйтте: һәйкәлде алып төҙөкләндерергә. Шулай уҡ бер юлы һәйкәл торған майҙанды һәм уның янындағы фонтанды ла ремонтларға булдылар. Шулай итеп, бөгөн майҙан ябылды, унда үтеү мөмкин түгел. Һәйкәлгә килгәндә, ул әлегә урынында тора, төҙөүселр әҙерлек этабын башҡарып бөткәс, сентярбҙә һәйкәлде урынынан алып, оҫтаханала төҙөкләндерәсәктәр. Уны урында ремонтлау техник яҡтан мөмкин түгел. Шулай уҡ урынына проекция йәки башҡа һәйкәл ише нәмә ҡуйыу ҙа килеп сыҡмай, был төҙөүселәргә ҡамасау буласаҡ. Был эштәрҙең мөһимлеген һәм кәрәклеген аңлатыу өсөн бөгөн Милли музейҙа журналистар өсөн брифинг үтте. Билдәле тарихс

Бөгөн Башҡортостанда мөһим ваҡиға – ике йылға Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан ябылды. Йәмәғәтселек был турала яҡшы белә – властар эштәрҙең һәр этабын ентекле аңлатып барҙы. Һәйкәл 57 йыл эсендә ысынлап та туҙған, авария хәленә еткән. Әгәр уны тиҙ арала реставрацияламаһаң – уға бөтөнләй юҡҡа сығыу хәүефе янай! Һәйкәлде федераль кимәлдәге эксперттар ныҡлап тикшерҙе һәм ҡарарҙарын әйтте: һәйкәлде алып төҙөкләндерергә. Шулай уҡ бер юлы һәйкәл торған майҙанды һәм уның янындағы фонтанды ла ремонтларға булдылар. Шулай итеп, бөгөн майҙан ябылды, унда үтеү мөмкин түгел. Һәйкәлгә килгәндә, ул әлегә урынында тора, төҙөүселр әҙерлек этабын башҡарып бөткәс, сентярбҙә һәйкәлде урынынан алып, оҫтаханала төҙөкләндерәсәктәр. Уны урында ремонтлау техник яҡтан мөмкин түгел. Шулай уҡ урынына проекция йәки башҡа һәйкәл ише нәмә ҡуйыу ҙа килеп сыҡмай, был төҙөүселәргә ҡамасау буласаҡ. Был эштәрҙең мөһимлеген һәм кәрәклеген аңлатыу өсөн бөгөн Милли музейҙа журналистар өсөн брифинг үтте. Билдәле тарихсы, тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов Салауат Юлаевтың башҡорт халҡы һәм тотош Башҡортостан өсөн әһәмиәте тураһында һөйләне. Уның исемен, образын мәңгеләштәреү өсөн башҡарылған эштәрҙе һанап сыҡты һәм ни өсөн һәйкәлдең халыҡ өсөн шултиклем ҡәҙерле булыуын аңлатты. Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин иһә күберәк эштәрҙең техник яғы тураһында һөйләне. Ул, йәмәғәтселектең проектҡа ҙур иғтибар бүлеүе менән бәйле, ведомствола махсус Күҙәтеү советы булдырылыуы, уға сәнғәт буйынса ғына түгел, геология, геодезия һәм металл ғилеме буйынса эксперттар ҙа инеүе тураһында әйтте. Уларға эштәр барышы тураһында халыҡҡа хәбәр итеп тороу миссияһы йөкмәтелә. Дөйөм алғанда, һәйкәлде реконструкциялау 2027 йылдың аҙағына тиклем дауам итәсәк, яңыртылған комплекс үҙенең 60 йыллығына асылырға тейеш. Алдан хәбәр ителгәнсә, бөтәһе өс этап билдәләнгән. Беренсеһе, әҙерлек: майҙанды кәртәләү, төҙөлөш ҡаласығын әҙерләү, ауыр техника үтеүен тәьмин итеү. Сентябрҙә монументҡа 60 тонна йөк күтәреүсәнлектәге кран килә һәм уны постаменттан төшөрә. Икенсе, төп этап: һәйкәлде, пьедестал һәм ҡурғанды реставрациялау, шулай уҡ фонтанды реконструкциялау. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, тап торбаларҙан һыу ағып сығыу арҡаһында һәйкәл торған өйөм ултыра башлаған. Скульптураны цехта реставрациялайҙар. Коррозия менән зарарланған каркасты тулыһынса алмаштырырға кәрәк, ә Салауат үҙе һәм аты фигуралары йыйылған суйын пластиналар полимер материалдар менән эшкәртеләсәк, улар һәйкәлде төп емергестәрҙән — елдән һәм ультрафиолет нурланыштан һаҡлаясаҡ. Әммә һәйкәл эсендә конденсат барыбер барлыҡҡа киләсәк — ул урынлашҡан мөхит шундай. – Һәйкәлде ҡуйыу өсөн иҫ китмәле матур һәм дөрөҫ урын һайланған. Ләкин ул көн һайын ҡот осҡос елдәр менән көрәшә. Тәүҙә уны ҡала үҙәгенә ҡуйырға тигән тәҡдим дә булған, һәм ул саҡта ул тәбиғәт факторҙарының көслө йоғонтоһона дусар булмаҫ ине. Әммә Тавасиев быға ҡырҡа ҡаршы була. Ул үҙенең ижадын Ағиҙел буйында ғына күрә. Быны тормошҡа ашырыу еңел булмай — халыҡты күсерергә һәм йорттарҙы һүтергә тура килә, әммә һәйкәл бөгөн иң уңышлы урында тора, — тине Салауат Ҡолбахтин. Һәйкәлде 2027 йылдың апрелендә урынына ҡайтарыу планлаштырыла. Өсөнсө, һуңғы этап шунда башлана ла инде: 2027 йылдың апреленән сентябренә тиклем. Был осорҙа тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндерәләр. Проекттың хаҡы дөйөм алғанда 300 миллион һумға баһалана. Артабан һәйкәл реставрацияһыҙ тағы 60 йыл тора алыр тип күҙаллана. "Реконструкция сифаты тураһында борсолорға кәрәкмәй, ул профессионалдарға ышанып тапшырыла. Ҡануниәткә ярашлы, федераль әһәмиәттәге һәйкәл, үҙгәрештәргә дусар ителмәй. Бер ниндәй ҙә яңылыҡ булыуы мөмкин түгел. Бөтә иғтибар юғалған пропорцияларҙы һәм элементтарҙы тергеҙеүгә йүнәлтелгән", - тине Салауат Ҡолбахтин. Шулай уҡ брифингта Салауат районы вәкилдәре ҡатнашты. Улар милли батырыбыҙың тыуған ерендә уның исемен мәңгеләштереү өсөн башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Район үҙенең геройын бер ҡасан да онотмай һәм уның хәтерен ҡәҙерләп һаҡлай. Быны туризмды үҫтереүгә лә бәйләйҙәр. Мәҫәлән, былтыр асылған “Салауат ере” тарихи-мәҙәни комплексы районға бик күп туристар йәлеп иткән һәм күптәрҙең яратҡан ял урынына әйләнгән. Бынан тыш райондағы Салауат Юлаев музейына капиталь ремонт яһай башлағандар, уны бер аҙ үҙгәртеү көтә. Йыл һайын Салауат районында Салауат йыйыны республика фольклор байрамы үтә. Республиканың башҡа район һәм ҡалалары ла геройҙы онотмай, төрлө саралар үткәреп тора.