Найти в Дзене

Алты йылға исемен йөрөткән командалар ярышты

Үткән ял көндәрендә Хәрби-Диңгеҙ флоты үҙәк спорт клубының Мәскәү яхта клубы II Башҡорт ишкәкле регата майҙансығына әүерелде. Унда баш ҡалалар йәшәүсе яҡташтарыбыҙ көс һынашты. Алты башҡорт йылғаһы исемен йөрөткән “Ағиҙел”, “Ҡариҙел”, “Һаҡмар”, “Инйәр”, “Яйыҡ” һәм “Йүрүҙән” командалары үҙ капитандары етәкселегендә ике ай ярыштарға әҙерләнде. Булат Яфаев етәкләгән “Яйыҡ” командаһы еңеүсе тип танылды. “Ағиҙел” – икенсе, “Һаҡмар” өсөнсө урын алды. Маҡтаулы ҡунаҡтар – контр-адмирал Батыргәрәй Зөлҡәрнәев, 116-сы Ҡорос бригадаһының инструктор бүлеге етәксеһе Артур Сибәғәтуллин, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиллеге етәксеһе урынбаҫары Илшат Рәхмәтуллин лайыҡлыларҙы ҡотлау тантанаһын үткәрҙе. Сара Башҡортостан Башлығы Гранты һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булышлығы һөҙөмтәһендә үткәрелде. Автор: Данис Шәмсетдинов. Фото: Ләйсән Аҙнабаева.