Башҡортостанда ”Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Бүздәк − Саҡмағош − Дүртөйлө автомобиль юлының алты участкаһында ремонт дауам итә. 14 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы участкала юл япмаһы тулыһынса яңыртылған, тип хәбәр иттеләр төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Бөгөнгө көндә юл ситен нығытыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Эштәр тамамланғас, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн юлсылар тамғалар, шулай уҡ термопластиктан күсәр тамғалары яһаясаҡ. – Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлы, Благовар, Бүздәк, Саҡмағош, Дүртөйлө райондарының күп кенә тораҡ пункттарын М-5 Урал һәм Р-240 Өфө – Ырымбур федераль трассалары, М-12 Көнсығыш трассаһына сығыу юлы менән тоташтыра. Тәүлек эсендә бында 3600-ҙән ашыу автомобиль йөрөй, - тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Бөтәһе 19 километр оҙонлоҡтағы Бүздәк — Саҡмағош — Дүртөйлө юлының һигеҙ участкаһын ремонтлау күҙаллана. Бөтә эшт