Найти в Дзене

“Һанлы кафедралар” конкуренцияға һәләтле белгестәр әҙерләй

Өфө фән һәм технологиялар университеты – Вуз-ара кампус резиденты – “Һанлы кафедралар” федераль проектында ҡатнашыусыларҙың өсөнсө төркөмөн уҡытып сығарҙы. 3160 студент диплом алды. Кампустар төҙөү һәм үҫтереү “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы алып барыла. “Һанлы кафедралар” проектының төп бурысы – мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү. Проектта ҡатнашыусылар профессиональ әҙерлек үтә һәм өҫтәмә квалификация ала. Был уларға хеҙмәт баҙарында конкуренцияға һәләтлектәрен арттырырға ярҙам итә. Уҡыу ике йүнәлештә дауам итә: IT- белгестәр өсөн һәм һанлы күнекмәләр алырға теләүсе башҡа һөнәр кешеләре өсөн. Белем алыу төп уҡыу менән параллель рәүештә бара һәм тулыһынса бушлай. Унда бакалаврҙар (2-се курстан), белгестәр (3-сө курстан), магистранттар ҡатнаша ала. Программа уҡыу йылына (сентябрь-июнь) иҫәпләнгән һәм онлайн- һәм офлайн-форматта үтә. Уҡыу барышынды студенттар IT – индустрияһының заманса трендтарына тап килгән 11 программаны үҙләштерҙе.

Өфө фән һәм технологиялар университеты – Вуз-ара кампус резиденты – “Һанлы кафедралар” федераль проектында ҡатнашыусыларҙың өсөнсө төркөмөн уҡытып сығарҙы. 3160 студент диплом алды. Кампустар төҙөү һәм үҫтереү “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы алып барыла. “Һанлы кафедралар” проектының төп бурысы – мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү. Проектта ҡатнашыусылар профессиональ әҙерлек үтә һәм өҫтәмә квалификация ала. Был уларға хеҙмәт баҙарында конкуренцияға һәләтлектәрен арттырырға ярҙам итә. Уҡыу ике йүнәлештә дауам итә: IT- белгестәр өсөн һәм һанлы күнекмәләр алырға теләүсе башҡа һөнәр кешеләре өсөн. Белем алыу төп уҡыу менән параллель рәүештә бара һәм тулыһынса бушлай. Унда бакалаврҙар (2-се курстан), белгестәр (3-сө курстан), магистранттар ҡатнаша ала. Программа уҡыу йылына (сентябрь-июнь) иҫәпләнгән һәм онлайн- һәм офлайн-форматта үтә. Уҡыу барышынды студенттар IT – индустрияһының заманса трендтарына тап килгән 11 программаны үҙләштерҙе. Был уларға профессиональ офоҡтарын киңәйтеүҙән тыш, хеҙмәт баҙарында үҙҙәренең мөһимлеген күтәрергә мөмкинлек бирҙе. Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект "Молодежь и дети) "йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрең бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү- производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхләҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.