Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡалаларҙы ла, ауылдарҙы ла яңырталар

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты (федеральный проект “Формирование комфортной городской среды”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, йыл һайын Башҡортостанда йәмәғәт киңлектәре яңыртыла. Быйыл республикала 94 биләмәне төҙөкләндереү ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Яңы урындарҙы яңыртыу һәм төҙөү эштәре ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла бара. Шулай итеп, Бишбүләк районының Айыт ауылында Йәштәр паркының ял зонаһын төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм киңлектәрҙе булдырыу, әүҙем ял, спорт менән шөғөлләнеү, мәҙәни үҫеш өсөн атҡарыла. Проектҡа ярашлы, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар, балалар өсөн уйнау урыны төҙөү, бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыу һәм башҡа эштәр ҡаралған. Әлегә эштәрҙең төп өлөшө атҡарылған: балалар өсөн уйнау майҙансығы ҡуйылған, урамдар яҡтыртыла, йәшел газон түшәлгән. Сығанаҡ, фото: БР Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы.