Украинала махсус хәрби операция башланыу менән бихисап ир-егеттәр илебеҙ именлеге һағына баҫты. Улар иңдәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай. «Башҡорт» позывнойлы яугир ҙә шундайҙарҙан. Ул Хәйбулла районынан. Күптән түгел ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итә. "Башҡорт" позывнойлы яҡташыбыҙ 2022 йылдан алып махсус хәрби операция зонаһында. Хеҙмәткә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә эләгә. Өсөнсө тапҡыр отпускыға ҡайтып, хәрби бурыстарын үтәүҙе дауам итеү өсөн кире махсус операция зонаһына юллана. "Башҡорт"тоң дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам итеү, рух көсө һәм еңеүгә ышаныу тураһында һөйләүҙәре мине ныҡ тулҡынландырҙы. Яугирҙәр менән һәр осрашыуҙа беҙҙең егеттәрҙең көслө рухына инанам, улар тыныс киләсәк төҙөргә әҙер. Егеттәр менән ғорурланабыҙ һәм өйгә һау-сәләмәт ҡайтыуҙарын көтәбеҙ! Осрашҡанға тиклем, "Башҡорт"!" - тип яҙған Рөстәм Динислам улы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан