Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Улар – үлемдән ҡурҡмаған, батыр йөрәкле кешеләр"

Махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Салауатта тыуып үҫкән Михаил Романов “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған. Яугир әйтеүенсә, ул махсус операция башланыу менән Ватан һағына баҫырға ынтыла, тик өс бала тәрбиәләнгән ғаиләлә ҡатынының ризалығын алыу өсөн бер ни тиклем ваҡыт талап ителә. – Мин хеҙмәт иткән частә Башҡортостан егеттәре күп. Яҡташлыҡ – бик көслө тойғо ул, берҙәмлек, ярҙамсыллыҡ барыһын да берләштерә. Мин бында ҡыйыу, булдыҡлы егеттәр менән таныштым. Уларҙың һәр береһе – Тыуған иленә тоғро, үлемдән ҡурҡмаған, батыр йөрәкле кешеләр. Ватанына тоғро һәр кем хәрби хеҙмәткә контракт төҙөп, уны һаҡлауға күтәрелергә тейеш. Ватанын иң ауыр саҡта ташлап киткәндәрҙе аңлай алмайым, ҡасан да булһа әйләнеп ҡайтасаҡтар бит, минең яҡташтарым кеүек яугирҙәр күҙенә улар нисек ҡарар икән? – ти ул. Яугир – “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте хеҙмәткәре. Уның артынан эш урыны мотлаҡ һаҡланасаҡ, предприятие әле лә ғаиләне ярҙамынан ташламай. “Ар

Махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Салауатта тыуып үҫкән Михаил Романов “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған. Яугир әйтеүенсә, ул махсус операция башланыу менән Ватан һағына баҫырға ынтыла, тик өс бала тәрбиәләнгән ғаиләлә ҡатынының ризалығын алыу өсөн бер ни тиклем ваҡыт талап ителә. – Мин хеҙмәт иткән частә Башҡортостан егеттәре күп. Яҡташлыҡ – бик көслө тойғо ул, берҙәмлек, ярҙамсыллыҡ барыһын да берләштерә. Мин бында ҡыйыу, булдыҡлы егеттәр менән таныштым. Уларҙың һәр береһе – Тыуған иленә тоғро, үлемдән ҡурҡмаған, батыр йөрәкле кешеләр. Ватанына тоғро һәр кем хәрби хеҙмәткә контракт төҙөп, уны һаҡлауға күтәрелергә тейеш. Ватанын иң ауыр саҡта ташлап киткәндәрҙе аңлай алмайым, ҡасан да булһа әйләнеп ҡайтасаҡтар бит, минең яҡташтарым кеүек яугирҙәр күҙенә улар нисек ҡарар икән? – ти ул. Яугир – “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте хеҙмәткәре. Уның артынан эш урыны мотлаҡ һаҡланасаҡ, предприятие әле лә ғаиләне ярҙамынан ташламай. “Архангел” позывнойын алған яугир мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Яраланыу арҡаһында әле тыуған ҡалаһында реабилитация үтә. Яраланған аяғына Илизаров аппараты ҡуйыла. “Компания миңә бушлай инвалид коляскаһы алып бирҙе, матди ярҙам күрһәтте. Салауат ҡала хакимиәте һәр яҡлап булыша, кәрәк саҡта транспорт менән тәьмин итә. Балаларым республикала ҡабул ителгән ярҙам сараларынан файҙалана”, – ти яугир. Етди яраланыуына ҡарамаҫтан, ул табиптарҙың ҙур ярҙамы менән йәрәхәттәренең уңала барыуына һөйөнә. – Хәрби иптәштәрем менән көн дә тиерлек бәйләнештәмен. Күңелем менән даими Ватан һаҡсылары эргәһендә, – ти “Архангел”. Яуҙаш, ҡоралдаш һәм хеҙмәттәш булыуҙың ни тиклем көслө тойғо булыуын Михаил Романовтан да яҡшыраҡ белеүсе юҡтыр. Йәш сағында армия хеҙмәтен үткән һәм икенсе Чечня кампанияһында ҡатнашҡан яугир хәрби туғанлыҡтың ҡәҙерен юғары баһаларға күнеккән. Фото: “Выбор” гәзите.