Найти в Дзене

Ҡаршы һыҙатҡа сығып, үҙенең һәм ике пассажирҙың ғүмерен өҙгән

28 июндә киске сәғәт 10 тирәһендә Әбйәлил районында, Асҡар ауылынан дүрт саҡрым алыҫлыҡта, "Хундай Солярис" рулендәге 21 йәшлек егет "уҙырға тыйылған" билдәһе ҡуйылған урында ҡаршы һыҙатҡа сығып, "КаМАЗ" йөк машинаһына бәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның ике пассажиры, 31 һәм 27 йәшлек ир-егеттәр, ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат булған. Полиция хеҙмәткәрҙәренең фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау буйынса эшен координациялау өсөн юл-транспорты ваҡиғаһы урынында Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы етәкселеге эшләй. Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы видеояҙмаһынан скриншот.