Июнь башындағы оҙайлы эҫе һауа торошонан һуң республикаға һыуыҡтар һәм ямғырҙар килде. Һәм китергә уйламай ҙа кеүек... Эҫе кире ҡайтырмы? Гисметео синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, был әле генә булмаясаҡ. Термометрҙа +30 градус һәм унан юғарыраҡ аномаль билдәләр күрмәйәсәкбеҙ. Синоптиктариң күбе көндөҙ +25 градус булыуын фаразлай. Әммә бындай температура июль уртаһына яҡын ғына мөмкин. Йәйҙең икенсе айының беренсе декадаһы һалҡын булыуы көтөлә. Көндөҙ +22 градустан артыҡ булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта ямғырҙар туҡтауһыҙ тиерлек яуасаҡ. 11 июлдән республикала йылыта башлай. 13 июлдә көндөҙ термометр +25 градус күрһәтәсәк. Әммә, Гисметео фаразы буйынса, был июлдә иң юғары температура. Ай башлыса болотло һәм ямғырлы булырға вәғәҙә итә. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.