Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы Йәштәр советы “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярашлы ойошторолған. Был хаҡта вминистрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Һайлап алыу әңгәмәһе барышында 18-35 йәшлек 17 әүҙем, маҡсатлы егет-ҡыҙ экология һәм тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге өлкәһендә үҙ проекттарын һәм идеяларын тәҡдим иткән. Бөтәһе 12 иң перспективалы кандидат һайлап алынған. Улар ижади, йылдам эш аып барыуға ынтылыштарын иҫбатлай алған. Йәштәр советының яңы составы Башҡортостанда имен экологик мөхит булдырыу һәм тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә тейеш. – Республикабыҙҙа экологик хәлде яҡшыртыуға өлөш индерергә әҙер торған аңлы һәм фекерле йәштәр үҫеүен күреү бик ҡыуаныслы. Яңы команда мөһим проекттарҙы тормошҡа ашыра алыр, тип ышанам, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. “Экологик именлек” м