Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҙур Рәсәй ҡалаларының береһендә тимер юл станцияһында яҡташымды осраттым

Ҙур Рәсәй ҡалаларының береһендә тимер юл станцияһында яҡташымды осраттым Эскәмйәлә поезд көткән яугир янына барып, батырлығы өсөн рәхмәт әйтергә ҡыймай тора инем, ҡултыҡ таяҡтары асфальтҡа шыуып төштө лә, шуларҙы күтәрергә тип янына барып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ҙур ҡалала башҡорт ҡаһарманы менән әңгәмә шулай бәйләнде. Хәйбулла районынан Илгиз Ишемғолов йыл ярым элек үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Штурмлаусылар батальонының мотоуҡсылар бригадаһында яуҙа ҡатнаша. ”Кавказда ҡыҙыу нөктәлә туплаған хәрби хеҙмәт тәжрибәһе бар ине. Илгә бәлә янағанда нисек боҫоп ҡалаһың. Ҡаһарманлыҡ быуындан-быуынға күсә, беҙҙең ҡанға әсә һөтө менән һеңгән”, - ти тыныс тормошта шахтер булып эшләгән ир, Ватанға булған һөйөүен ябай ғына итеп аңлатып. Николаевка, Лесополка, Новожеланный, Соленный, Новотроицк пункттарын алғанда ҡатнашҡан яугирҙең яраланыуы тәүгә генә түгел. “Был юлы 23 көн үҙебеҙҙекеләр яғына шыуышып сыҡтым”, - ти ул. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙ

Ҙур Рәсәй ҡалаларының береһендә тимер юл станцияһында яҡташымды осраттым Эскәмйәлә поезд көткән яугир янына барып, батырлығы өсөн рәхмәт әйтергә ҡыймай тора инем, ҡултыҡ таяҡтары асфальтҡа шыуып төштө лә, шуларҙы күтәрергә тип янына барып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ҙур ҡалала башҡорт ҡаһарманы менән әңгәмә шулай бәйләнде. Хәйбулла районынан Илгиз Ишемғолов йыл ярым элек үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Штурмлаусылар батальонының мотоуҡсылар бригадаһында яуҙа ҡатнаша. ”Кавказда ҡыҙыу нөктәлә туплаған хәрби хеҙмәт тәжрибәһе бар ине. Илгә бәлә янағанда нисек боҫоп ҡалаһың. Ҡаһарманлыҡ быуындан-быуынға күсә, беҙҙең ҡанға әсә һөтө менән һеңгән”, - ти тыныс тормошта шахтер булып эшләгән ир, Ватанға булған һөйөүен ябай ғына итеп аңлатып. Николаевка, Лесополка, Новожеланный, Соленный, Новотроицк пункттарын алғанда ҡатнашҡан яугирҙең яраланыуы тәүгә генә түгел. “Был юлы 23 көн үҙебеҙҙекеләр яғына шыуышып сыҡтым”, - ти ул. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлағандар. Демобилизацияға эләккән 44 йәшлек Хәйбулла яугирен өйҙә һөйөклө ҡатыны, өс балаһы көтә. Имен ҡайтып ет, яугир!