Найти в Дзене

Фестиваль күңелле үтмәксе

Стәрлетамаҡта 8 августан 10-на тиклем “Купец 2.0” ҡунаҡсыллыҡ байрамы үтәсәк. 3 июлдә фестивалде ойоштороусылар киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм ҡаланың блогерҙары менән осрашты. Унда фестиваль тураһында яңы деталдәр асылды. “Купец 2.0” сауҙагәрҙәр фестивале башланырға бер ай самаһы ваҡыт ҡалды. Халыҡ-ара фестивалгә әйләнгән был сара быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Әле уға дәррәү әҙерлек бара. Фестиваль 2021 йылдан бирле уҙғарылып килә һәм ошо йылдар эсендә ул күптәрҙең яратҡан байрамына әйләнде. 2023 йылда Сауҙагәрҙәр байрамында 70 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны. Әйткәндәй, “Купец 2.0” ике тапҡыр Russian Event Awards еңеүсеһе булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фестивалдең төп концепцияһы – “Таланттар хазинаһы” һәм ул фестиваль тарихында иң бай программа булмаҡсы. Фестивалдең төп идеяһы – халыҡтар дуҫлығы һәм Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың милли йолаларына ихтирам күрһәтеү. Беренсе көн “Сауҙагәрҙәрҙең исемдәре” тип аталасаҡ, икенсе көн – “Дуҫлыҡ әйрән-бәйлән”е, өсө

Стәрлетамаҡта 8 августан 10-на тиклем “Купец 2.0” ҡунаҡсыллыҡ байрамы үтәсәк. 3 июлдә фестивалде ойоштороусылар киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм ҡаланың блогерҙары менән осрашты. Унда фестиваль тураһында яңы деталдәр асылды. “Купец 2.0” сауҙагәрҙәр фестивале башланырға бер ай самаһы ваҡыт ҡалды. Халыҡ-ара фестивалгә әйләнгән был сара быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Әле уға дәррәү әҙерлек бара. Фестиваль 2021 йылдан бирле уҙғарылып килә һәм ошо йылдар эсендә ул күптәрҙең яратҡан байрамына әйләнде. 2023 йылда Сауҙагәрҙәр байрамында 70 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны. Әйткәндәй, “Купец 2.0” ике тапҡыр Russian Event Awards еңеүсеһе булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фестивалдең төп концепцияһы – “Таланттар хазинаһы” һәм ул фестиваль тарихында иң бай программа булмаҡсы. Фестивалдең төп идеяһы – халыҡтар дуҫлығы һәм Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың милли йолаларына ихтирам күрһәтеү. Беренсе көн “Сауҙагәрҙәрҙең исемдәре” тип аталасаҡ, икенсе көн – “Дуҫлыҡ әйрән-бәйлән”е, өсөнсө көн “Яңы быуын” тип атала. 8 августа Башҡортостанда беренсе тапҡыр креатив индустриялар көнө уҙғарыласаҡ. Стәрлетамаҡҡа республиканан ғына түгел, ә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ижади һөнәрҙәр вәкилдәре киләсәк. Фестивалдең төп сәхнәһе Салауат Юлаев исемендәге тарихи скверҙа урынлашҡан. Сәхнәлә Стәрлетамаҡтың ижади коллективтары, DJ этно-сет менән Марат Татурас, Санкт-Петербургтан “ТолОка” фольклор ансамбле сығыш яһаясаҡ. Төп фестиваль майҙанында башҡорт дизайнерҙарының һәм саҡырылған модельерҙарҙың эштәренән мода күрһәтеү ойоштороласаҡ, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ.9 августа сәхнәлә Башҡортостандың барлыҡ тарафтарынан артистар сығыш яһай. Шулай уҡ Бөрө ҡалаһынан "Калинушка" ансамбле килә. Көн диджейҙар парады менән тамамлансаҡ. 10 августағы саралар йәштәргә, балаларға йүнәлтелгән. Р.Сафина. Фото: Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.