Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Талкаҫ күле һайыҡҡан, үлән менән ҡапланған...

Өфөлә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Бәйғусҡаров Талҡаҫ күлен һауыҡтырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Фекер алышыуҙа БР Хөкүмәте аппараты департаменты, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР Урман хужалығы министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Росрыболовство, Роспотребнадзор, Баймаҡ районы хакимиәте етәкселәре һәм ғалим-экологтар ҡатнашты. Мәғлүм булыуынса, һуңғы 20 йылда Талҡаҫ күле һайыҡҡан, үлән менән ҡапланған һәм “сәскә атҡан”, әкренләп һаҙлыҡҡа әйләнгән. Зариф Байғусҡаров был мәсьәләне хәл итеү һәм күлде һаҡлап ҡалыу буйынса ниндәй эштәр атҡарылыуы тураһында һөйләп үтте. Депутат белдереүенсә, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар, 2020 йылдан башлап күлдә ете экологик өмә үткәрелгән, 549 тоҡ сүп-сар йыйғандар. Шулай уҡ күл буйында 400 ҡарағай ултыртылған һәм уларҙы кәртәләп, күлде туҡландырыусы ике шишмә сығанағын таҙартҡандар һәм кәртәләп алғандар. – Был саралар күлгә ярҙам итә, әммә хәлде әллә ни үҙгәртмәй, сөнки күл эргәһендә йо

Өфөлә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Бәйғусҡаров Талҡаҫ күлен һауыҡтырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Фекер алышыуҙа БР Хөкүмәте аппараты департаменты, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР Урман хужалығы министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Росрыболовство, Роспотребнадзор, Баймаҡ районы хакимиәте етәкселәре һәм ғалим-экологтар ҡатнашты. Мәғлүм булыуынса, һуңғы 20 йылда Талҡаҫ күле һайыҡҡан, үлән менән ҡапланған һәм “сәскә атҡан”, әкренләп һаҙлыҡҡа әйләнгән. Зариф Байғусҡаров был мәсьәләне хәл итеү һәм күлде һаҡлап ҡалыу буйынса ниндәй эштәр атҡарылыуы тураһында һөйләп үтте. Депутат белдереүенсә, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар, 2020 йылдан башлап күлдә ете экологик өмә үткәрелгән, 549 тоҡ сүп-сар йыйғандар. Шулай уҡ күл буйында 400 ҡарағай ултыртылған һәм уларҙы кәртәләп, күлде туҡландырыусы ике шишмә сығанағын таҙартҡандар һәм кәртәләп алғандар. – Был саралар күлгә ярҙам итә, әммә хәлде әллә ни үҙгәртмәй, сөнки күл эргәһендә йорт малы көтәләр, кешеләр машиналарын һыуға төшөрөп йыуа, күл тирәһендә урынлашҡан ял йорттарының санузелдарынан ағынты һыуҙар эләгә. Бөгөн күлде төҙөкләндереү Баймаҡ районы хакимиәтенә йөкмәтелгән, әммә был эште башҡарыу өсөн уларҙың көсө һәм саралары юҡ. Осрашыуҙың маҡсаты – Ирәндек тауҙарын һәм уны уратып алған урмандарҙы, күлгә яҡын ерҙәрҙе үҙ эсенә алған махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен (ООПТ) булдырыу. Парктың штаты (һаҡсылар, йыйыштырыусылар, биологтар һәм башҡалар), хакимиәте буласаҡ, улар көн һайын күл һәм уның эргәһендәге биләмәне ҡараясаҡ. Ирәндек һыртына тәбиғәт паркы статусы бирелһә, беҙ уны киләсәктә урман ҡырҡыу, геологик разведка эштәре һәм файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу мөмкинлектәренән һаҡлаясаҡбыҙ, сөнки ҡануниәт буйынса тәбиғәт паркы биләмәһендә был эштәрҙең барыһы ла тыйылған, – тип белдерҙе Зариф Закир улы. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Ирәндек тәбиғәт паркын булдырыу кәрәклеген хупланы. Тәжрибәле ғалим-экологтарҙы йәлеп итеп, комплекслы экологик экспертиза үткәреү һәм РФ Тәбиғәт министрлығында парк булдырыу кәрәклеген дәлилләп, бөтә һығымталарҙы тәҡдим итеү бурысы тора. Шулай уҡ киләһе йылда ошо маҡсатҡа республика бюджетында аҡса бүлеү мәсьәләһен хәл итеү бурысы кәрәк. Росрыболовство, һығымта булғанда, күлде таҙартырға һәм балыҡ тоторға әҙер булыуын белдерҙе. Алда әле бик күп оҙайлы һәм ентекле эш тороуын билдәләне ултырышта ҡатнашыусылар. “Беҙ Талҡаҫ күлен һаҡлау буйынса бөтә сараларҙы күрергә бурыслыбыҙ. Беҙ уны балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә таҙа һәм ҡараулы итеп ҡалдырырға тейешбеҙ”, – тип белдерҙе Зариф Закир улы. Рәмилә МУСИНА фотолары.