Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кисә Мишкә районының Бөрөбаш ауылында янғын сыҡҡан. "Ҡыҙыл әтәс" таҡта верандалы бүрәнә йортҡа ҡунаҡлаған. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе 63 йәшлек ирҙе төтөн менән тулы йорттан улы тартып сығарған, әммә уны ҡотҡарып ҡалыу мөмкин булмаған. Табиптарға уның үлемен раҫларға ғына тура килгән. Янғынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Новотроицк ауыл биләмәһе ирекмәндәре һүндергән. Әлегә осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара, янғын сығыу сәбәбе асыҡлана. Уттан һаҡ булығыҙ! Фото: "Башинформ"
Янған йорттан атаһының кәүҙәһен тартып сығара ла ул...
9 июля 20259 июл 2025
~1 мин