Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Көйөргәҙе районы башлығы Юлай Ильясов отставкаға китте

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов үҙ вазифаһынан китте. Чиновник кисә, 8 июлдә, отставкаға китеүе хаҡында үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр иткән. Ни өсөн бындай ҡарар ҡабул ителеүен ул аныҡ ҡына әйтмәгән. "Ошо алты йыл эсендә мөғжизәле Көйөргәҙе районы яҡын төйәгемә әйләнде. Бергәләп күпте эшләнек, күпте кисерҙек. Тағы ла эшләнәск бик күп эштәр, хәстәрҙәр ҡалды, ул яңы етәкселек иңенә төшәсәк", - тип яҙған Юлай Ильясов. Юлай Ильясов муниципалитетты 2019 йылдан етәкләй. Ул 1998 йылдан сәйәсәттә, бер йыл Башҡортостандың Иҡтисад һәм монополияға ҡаршы сәйәсәт министрлығында әйҙәүсе белгес, артабан баш белгес булып эшләгән. 1999 йылдан «Гидравлика» УАП федераль дәүләт унитар предприятиеһының бүлек начальнигы урынбаҫары, 2000 йылдан республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариатының баш белгесе вазифаһын башҡара. 2000—2004 йылдарҙа «Оҙайлы һаҡлыҡ фонды»ның әйҙәүсе белгесе, 2004—2005 йылдарҙа Башҡортостан Президенты хакимиәтенең социаль-иҡтисади үҫеште һәм социаль сәйәсәтт

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов үҙ вазифаһынан китте. Чиновник кисә, 8 июлдә, отставкаға китеүе хаҡында үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр иткән. Ни өсөн бындай ҡарар ҡабул ителеүен ул аныҡ ҡына әйтмәгән. "Ошо алты йыл эсендә мөғжизәле Көйөргәҙе районы яҡын төйәгемә әйләнде. Бергәләп күпте эшләнек, күпте кисерҙек. Тағы ла эшләнәск бик күп эштәр, хәстәрҙәр ҡалды, ул яңы етәкселек иңенә төшәсәк", - тип яҙған Юлай Ильясов. Юлай Ильясов муниципалитетты 2019 йылдан етәкләй. Ул 1998 йылдан сәйәсәттә, бер йыл Башҡортостандың Иҡтисад һәм монополияға ҡаршы сәйәсәт министрлығында әйҙәүсе белгес, артабан баш белгес булып эшләгән. 1999 йылдан «Гидравлика» УАП федераль дәүләт унитар предприятиеһының бүлек начальнигы урынбаҫары, 2000 йылдан республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариатының баш белгесе вазифаһын башҡара. 2000—2004 йылдарҙа «Оҙайлы һаҡлыҡ фонды»ның әйҙәүсе белгесе, 2004—2005 йылдарҙа Башҡортостан Президенты хакимиәтенең социаль-иҡтисади үҫеште һәм социаль сәйәсәтте күҙаллау бүлеге мөдире. 2005—2008 йылдарҙа Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡара. Артабан күпмелер ваҡыт Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй, Киров районы хакимиәтен етәкләй. 2010—2012 йылдарҙа Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡара, «Башнефть» компанияһында эшләй. 2023 йылдың ноябрендә ул махсус операциялар зонаһында хеҙмәт итергә ҡарар итә. Ул «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына МХО зонаһында хеҙмәт итеү тураһында иғлан ителеү менән үк уйлана башлауы хаҡында белдергән. Фронт һыҙығында контракт буйынса хеҙмәт иткәнгә тиклем Юлай Ильясов бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам оҙатыу менән фронт һыҙығына барып ҡайтҡан, шунан һуң үҙенең урыны яҡташтары менән йәнәш сафтарҙа икәнен аңлаған. Ул «Самурай» позывнойлы булып МХО-ла хеҙмәт итә. 2024 йылда ул Оборона министрлығы менән килешеүен оҙайта. 2024 йылдың 2 декабрендә муниципаль хеҙмәткә ҡайтты. Фото: “Башинформ”