Өлкәнәйгән көнөмдә 47 йәшлек ҡатынымдың ауырлы икәнлеген белеп, шаҡ ҡаттым. Был, әлбиттә, мөғжизә һәм көтөлмәгән яңылыҡ, тик миңә ул бала кәрәкмәй. Ҡатыныма – 47, миңә 56 йәш. Беҙ уның менән бәхетле ғүмер юлы үттек. Ҙурайған ике балабыҙ бар. Хатта олатай менән өләсәй булып та өлгөрҙөк. Дүрт йәшлек ут кеүек шуҡ һәм аҡыллы ейәнсәребеҙ бар. Матди яҡтан барыһы ла яҡшы. Ҡалала фатирыбыҙ, Өфө янындағы ауылда дачабыҙ, икебеҙҙең дә машина бар. Яҡшы урында эшләйбеҙ. Балалар айырым күсеп сыҡты, һәйбәт торалар. Бына шулай тыныс ҡына ҡартлыҡҡа, пенсияға сығырға тип әҙерләнеп йөрөгәндә ҡатыным һушты алды. Минең әйткәндәрҙе ишетергә лә теләмәй, аборт яһатмайым, Хоҙай биргәс, ул баланы табам, ти. Ә мин ни өсөн ҡаршы икәнлегемде аңлатып китмәксемен. Әйтеүемсә, дүрт йылдан миңә 60 йәш тула. Ул бала мәктәпте тамамлауға, иҫән булһам, бабай ҡорона инәсәкмен. Үҙемдең атайым менән әсәйем етмешен дә тултырмай баҡыйлыҡҡа күсте. Уларға оҡшаһам, минең дә шулай булыуым, балам тыуып та өлгөрмәй атайһыҙ үҫеүе бар.