Найти в Дзене

Эҫеләр оҙаҡҡа килдеме?

Башҡортостанға эҫе һауа торошо ҡайта. Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә төбәктә көндөҙ термометр бағанаһы +32 градус билдәһенә тиклем күтәреләсәк. Эҫелек күпме дауам итер? Гисметео синоптиктары оҙайлы прогноз бирә. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, эҫе һауа торошо бер нисә көн генә көтөлә. Алдағы ял көндәрендә һауа температураһы көндөҙ +23, +24 градусҡаса түбәнәйә. Артабан һауа температураһының бер аҙ күтәрелеүе фаразлана. Киләһе аҙна аҙағында +28 градусҡаса йылы буласаҡ. Әммә эҫе бер нисә көн генә буласаҡ, һәм температура тағы ла кәмейәсәк. Июль аҙағында көндөҙ +23 градустан юғары булмауы көтөлә. Көн һайын тиерлек республикала яуым-төшөм фаразлана. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.