Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Бөгөн - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Бөгөн - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Ошо уңайҙан Район мәҙәниәт һарайында «Матур ғаилә - ил күрке» тип исемләнгән тантаналы кисә үтте. Унда оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисергән парҙар тәбрикләнде.

Иңгә - иң терәп 50 йыл бергә ғүмер кисергән Иҫке Собханғол ауылынан Марат һәм Гөлсирә Йәримовтар, Зәки һәм Сәриә Хоҙайбирҙиндар, 55 йыл бергә ғүмер иткән Иҫке Мөсәт ауылынан Шәһит һәм Роза Хәйбуллиндар бүләкләнде.

Ғәлиәкбәр ауылынан Кәрим һәм Дилара Ҡаһармановтарға "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы тапшырылды.