Ҡалтасы районының Краснохолмский ауылынан Александра Илфир ҡыҙы һәм Руслан Фәрит улы Ғәбитовтарҙың ғаиләһендә әһәмиәтле ваҡиға – өс ҡыҙ баланың донъяға килеүе теркәлде, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Юстиция дәүләт комитеты. Ҡыҙсыҡтарға Маргарита, Эмилия һәм Кристина тип исем ҡушҡандар. Хәҙер йәш Ғәбитовтар ғаиләһендә биш бала үҫә: өлкән ҡыҙҙары Ольга һәм улдары Иван кескәй һеңлеләре менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә. Бөгөн, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, тантаналы шарттарҙа район башлығының беренсе урынбаҫары Илнур Хәтмуллин бәхетле ата-әсәләргә балаларының тәүге документтарын – тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм 25 мең һумлыҡ сертификат тапшырған. Фото: "Башинформ"