Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеү, уларҙы йәштәргә күрһәтеү матур традицияға әйләнә бара

Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеү, уларҙы йәштәргә күрһәтеү матур традицияға әйләнә бара. Бөгөн күпселек туйҙарҙа киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһы башҡарыла. Күгиҙел ауылында ошо көндәрҙә сәстәрен сәскә бәйләгән бәхетле пар - Инсаф Искаков менән Белорет районы Шығай ауылы ҡыҙы Зилинаның туйҙары үтте. Унда ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы киленгә һыу юлын күрһәтеү йолаһын башҡарҙы.Йыр-бейеү, гармун моңдары менән яңы төшкән киленгә бикәстәре һыу юлы күрһәтһә, ағинәйҙәр теләктәр теләп, йола күрһәтеп, йәштәргә изге теләктәрен еткерҙе. Йәштәр бәхетле булһын!

Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеү, уларҙы йәштәргә күрһәтеү матур традицияға әйләнә бара. Бөгөн күпселек туйҙарҙа киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһы башҡарыла.

Күгиҙел ауылында ошо көндәрҙә сәстәрен сәскә бәйләгән бәхетле пар - Инсаф Искаков менән Белорет районы Шығай ауылы ҡыҙы Зилинаның туйҙары үтте. Унда ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы киленгә һыу юлын күрһәтеү йолаһын башҡарҙы.Йыр-бейеү, гармун моңдары менән яңы төшкән киленгә бикәстәре һыу юлы күрһәтһә, ағинәйҙәр теләктәр теләп, йола күрһәтеп, йәштәргә изге теләктәрен еткерҙе.

Йәштәр бәхетле булһын!

-2
-3
-4
-5