Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәрен уҡыта

Башҡортостандың эш биреүселәре оборона-сәнәғәт комплексы ойошмаларының 3 меңгә яҡын хеҙмәткәрҙәрен ҡабаттан уҡытасаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Уҡытыу “Кадрҙар” милли проектының (национальный проект ”Кадры”) “Хеҙмәт баҙары өсөн белем биреү” федераль проектына ярашлы башҡарыла. Профессиональ яҡтан уҡытыуға һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү өсөн республика федераль бюджеттан 160 миллиондан ашыу аҡса йәлеп иткән. Был йүнәлеш буйынса уҡыусыларҙың һаны һәм йүнәлтелгән аҡса буйынса Башҡортостан йыл һайын алдынғылыҡты биләй. -2944 хеҙмәткәрҙе һөнәри уҡытыуға 13 оборона - сәнәғәт комплексы предприятиелары менән килешеүҙәр төҙөлдө. 841 хеҙмәткәр уҡыуға кереште, уларҙың квалификацияһын күтәреүгә сығымдар эш биреүселәргә ҡағылмай, - тине Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Әйтергә кәрәк, милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.