Байғаҙы ауылы тәбиғәттең һоҡланғыс матур ерендә урынлашҡан. Тирә-яҡтан бейек тауҙар, ҡалын урмандар уратып алған. Ауылды уртаға бүлеп Һәүәнәк йылғаһы аға. Ауыл халҡына ошо йылғаны аша сығыу өсөн күпер булыуы бик мөһим. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында (ППМИ) 2014 йылда Республика кимәлендә тәүгеләрҙән булып еңеп сығып, йылға аша ике күпер төҙөлдө. Ауыл халҡы өсөн Ураҙы урамындағы уңайлы күпер иҫкереп, ҡурҡыныс хәлгә килгән ине. Республика бюджетынан килгән аҡсаға шәхси эшҡыуар Иҫәнбаев Айтуған Әбделбарый улы күпер өсөн кәрәкле материалды әҙерләп бирҙе. Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы Мәжитов Азат Ғәли улы етәкселегендә ир-егеттәр - Иҫәнбаев Әбделбарый, Иҫәнбаев Айтуған, Ишҡолов Ғәйфулла үҙ техникалары менән, ә Иҫәнбаев Миңлеәхмәт, Кәбиров Азат, Ишмөхәмәтов Сәфәрғәле, Фәйзуллин Зиннур, Иҫәнбаев Йәмил, Кәбиров Илшат, Ишҡолов Сабир һәм Ишҡолов Айнур ҡул көсө менән ярҙам күрһәтеп, бөгөнгө көндә 22 метрлыҡ күперҙе бына тигән итеп яңыртып ҡуйҙы. Күперебеҙ оҙаҡ йылдар беҙгә хеҙмә
Байғаҙы ауылы тәбиғәттең һоҡланғыс матур ерендә урынлашҡан
25 июня 202525 июн 2025
2
~1 мин