Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев Әбйәлил районы халҡы менән осрашҡанда Буранғол урта мәктәбенең интернатына капиталь ремонт һәм "Ирәндек" лагерында заманса спорт майҙансығын төҙөкләндереүҙе йәмғиәт үҙ өҫтөнә аласаҡ тигән ине. Етәксенең һүҙе үтәлде: бөгөн ике урында ла эш башланды. Бинала капиталь ремонт буйынса күләмле эштәрҙе "Урал төҙөлөш идаралығы" ЯСЙ-һы үткәрә. Компания етәксеһе Станислав Тарасюк белдереүенсә, капиталь ремонттың дөйөм хаҡы яҡынса 35 миллион һум тәшкил итәсәк. Проект сиктәрендә иҙән-тәҙрәләр тулыһынса, ҡыйыҡ алмаштырыласаҡ, йоҡо бүлмәләре һәм йәмәғәт урындары ремонтланасаҡ, стеналар нығытыласаҡ һәм биҙәләсәк. Ремонт эштәре планына шулай уҡ спорт залын, аҙыҡ-түлек блогын тулыһынса модернизациялау, яҡтыртыу элементтарын замансаға әйләндереү, йылытыу системаһын яңыртыу, душ һәм санузелдар ҡуйыу инә. Өҫтәмә рәүештә ремонт ваҡытында мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы урынлаштырыу, шулай уҡ башланғыс кластар кабинеттар