Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Владимир Соловьев: ”Башҡортостандың ҡарарын хуплайбыҙ”

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай республиканың хәрби журналистарына дәүләт ярҙамы тураһындағы законды һуңғы уҡыуҙа ҡабул итте. Документ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса эшләнде. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең бер төбәгендә лә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн ярҙам саралары ҡаралған закон юҡ. Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев бындай закондарҙың илдең башҡа төбәктәрендә лә ҡабул ителеүенә ышаныс белдерҙе. “Башҡортостан илдең хәрби журналистика ветерандары тураһында закон ҡабул ителгән тәүге төбәге булды. Беҙ һанлы үҫеш министрлығы, Дәүләт Думаһының мәғлүмәт сәйәсәте комитеты менән берлектә былтырҙан алып был яңы статус өсөн нормативтар эшләнек. Тәҡдим Оборона министрлығында ла хуплау тапты. Бындай закондар аҡрынлап илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә ҡабул ителеүенә өмөтләнәбеҙ. Ә аҙаҡ – бөтә Рәсәйҙә”, – тине Владимир Соловьев. Валерий Шахов фотоһы.