Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Туймазы эшҡыуарҙары һорауҙарына яуап бирҙеләр

“Коллегаларыбыҙ менән Туймазы районы эшҡыуарҙары һорауҙарына яуап бирҙек. Был – республика муниципалитеттарындағы алтынсы осрашыу. Улар ике яҡҡа ла, ысынлап та, ярҙам итәләр. Беҙ бизнесты ишетәбеҙ, ә улар ҡайҙа эшләп бөтмәгәнлекте, ҡайҙа иғтибар етмәгәнлекте күрһәтә. Бындай осрашыуҙар - “ҡағыҙ урынына ярҙам” алымының бер өлөшө ул. Бөгөн реабилитациялау менән бәйле тармаҡҡа ҙур ихтыяж икәнлеген күрҙек. Минең фамилиялашым, Мехроб Назаров, күренеүенсә, уникаль инвалид коляскаһын уйлап сығарған. Уларҙы эшләп сауҙа итеү өсөн 10 миллион һум аҡса етмәй. Беҙҙең субсидия биреү механизмы сығымдарҙы ғәмәлдәге етештереүгә компенсациялауға йүнәлтелгән. Нисек Мехробҡа ярҙам итеү юлын хәл итәсәкбеҙ. Ә бит яҡшы, мөһим йүнәлеш. Яуаплыларға ике ай эсендә ҡарар ҡабул итергә ҡуштым. Идара итеү командабыҙ мәсьәләһе – барлыҡ һорауҙға мөмкин тиклем күберәк тәьҫир итеү. Күп нәмә, әлбиттә, эшҡыуарҙарҙың үҙҙәренә бәйле”. Сығанаҡ, фото: https://vk.com/agnazarov?z=photo555400080_457246125%2Fwall555400080_15657