Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт (“Роспатент”) Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһының яңы эшләнмәһен быйылғы июндә илдәге иң яҡшыларҙың береһе тип таныған һәм “Аҙна патенты” титулын биргән. Профессорҙвар Алексей Абрамов һәм Александр Боткин, доцент Олег Голубев, уҡытыусы Ренат Хаматдинов металдарҙы баҫым ярҙамында һалҡын эшкәртеү өсөн май уйлап сығарған. Ул пластик деформациялау юлы менән эшләнгән изделиелар етештереүҙә ҡуланыла. Һалҡын эшкәртеү металдың тығыҙлығын, ныҡлығын һаҡларға ярҙам итә, әммә ҡай берҙә уны сатнатырға мөмкин. Ошоға юл ҡуймаҫ өсөн майлау алымы ҡулланыла. ӨФһТУ ғалимдары эшләгән май изделиеларҙы күпләп етештергән саҡта энергияны артыҡ сарыф итмәҫкә лә булышлыҡ ҡыла. Вуз-ара студенттар кампусы ӨФһТУ-ның Технологиялар трансферы үҙәге ярҙамында яңы алым Роспатентта дәүләт теркәүе үткән дә инде. Әлеге ваҡытта Технологиялар трансферы үҙәгендә бихисап белгестәр эшләй. Патент алыу ғәҙәттә ҙур ҡатмарлыҡтар аша бара, ә Башҡортостан уйлап табыусыл