Өфөлә 80 йәшлек инәй саҡ фатирынан ҡолаҡ ҡаҡмаған. Уны был аҙымдан Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте белгестәре һаҡлап алып ҡалған. Фаразлауҙар буйынса быйыл май айында ҡатындың телефонына йәнәһе лә “Дәүләт хеҙмәте белгестәре” шылтырата. Әңгәмә барышында шылтыратыусы оло апайҙың персональ мәғлүмәттәрен файҙаланырға тырышыуҙарын хәбәр итә. Бер нисә көндән апайға “Үҙәк банкынан һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарынан” шылтырата башлайҙар. Улар апайҙың аҡсаһын юғалтыу хәүефе тураһында иҫкәртә һәм иҫәбендә күпме сумма аҡсаһы барлығын белешә. Ҡатын кеше бөтә һорауҙарға яуап бирә. Шул ваҡытта уның онлайн банкының шәхси кабинетына инеүҙәре, аҡса алыныуы тураһында хәбәр килә. 300 мең тирәһендәге был аҡсаны кире ҡайтарасаҡтар, тип апайҙы тынысландыралар. Һуңынан ҡатын менән йәнәһе лә “ФСБ хеҙмәткәре” бәйләнешкә сыға. Ул законһыҙ аҡса күсереүе менән ҡурҡыта. Пенсионер апай Дәүләт хеҙмәттәрендә кемдәрҙеңдер финанс операция башҡарыуға ышаныс ҡағыҙы эшләүҙәренә лә иғтибар итә, был турала ул му