Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Малайзияның «Сабах парктары» агломерацияһының директорҙар советы телдәрҙе тәрән өйрәнеү мөмкинлеге менән берлектәге фәнни-популяр маршруттар булдырыу һәм «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») маҡсаттарына ярашлы берлектәге фундаменталь тикшеренеүҙәр үткәреү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта «Башҡортостан Республикаһы фәнни-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан хәбәр иттеләр. "Бындай сараларҙа ҡатнашыу Башҡортостандың донъя фәне аренаһындағы позицияларын нығытыуға булышлыҡ итә, беҙгә үҙ тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашырға һәм башҡа илдәрҙең алдынғы тәжрибәләрен өйрәнергә мөмкинлек бирә. Делегацияның Малайзиялағы эше ЮНЕСКО-ның фән һәм мәғарифты үҫтереүгә йүнәлтелгән башланғыстарына иғтибарҙы йүнәлтә. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек төбәктең фәнни потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ иткән инновациялы экосистеманы формалаштырыу өсөн стратегик әһәмиәткә эйә», – тип билдәлә