Ихласлығы, бер ҡатлылығы һәм киң күңеллелеге менән айырылып торған ҡояш ҡыҙыуында еләктән дә былайыраҡ ҡыҙарып бешкән ауылдан килгән апайҙар, инәйҙәр, һеңлеләр емеште ҡайҙан йыйғанын, еләкле урындың ҡайҙа ятҡанын - береһен дә йәшермәй-нитмәй һөйләп бирә.Бына йәйҙең иң эҫе көнөндә тау үрҙәрен ҡыҙырып, көнгә ҡыҙынып, ҡара-ҡыҙыл төҫкә ингән шундай апайҙарҙың береһе янында ап-аҡтан кейенгән, киң тирәсле эшләпәле, ҡара күҙлекле ханым туҡтаны. Ҡулына ла ырғаҡ менән бәйләнгән бирсәткә кейгән, уныһының ҡуңысын терһәгенә тиклем тартҡан.- Һеңлем, еләгең күпме тора? - тип һораны. Тейешле хаҡты ишеткәс:- Тейерен генә әйт тә, алам да китәм, - тип ныҡышты.Апай тағы тәүҙә әйткән хаҡты ҡабатланы.- Ергә түшәлеп ятҡан тәбиғәт байлығын шул хаҡҡа һатып байырмын тиһеңме? -аяуһыҙ ҡояштан үҙен ныҡ һаҡлаған ҡупшыҡай ханым еләк һатыусыны оялтырға маташты. - Әйткән хаҡыңдың яртыһына бир ҙә ҡуй, әйҙә. Һин һатып ҡыуанырһың, мин - алып тигәндәй. Ана, баҙар тулы еләк, һин бирмәһәң, шул хаҡҡа мин башҡаларҙан да ала