Йыл башынан алып Башҡортостан предприятиелары Үзбәкстанға һәм Ҡаҙағстанға 279 тонна бойҙай киҫәге сығарған, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығында. Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһы сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙатыла. Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында иген эшкәртеү тауары һынауҙарҙы уңышлы үткән. “Хәүефле карантин организмдарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса асыҡланмаған, Башҡортостандан бойҙай көрпәһен импортлаусы илдәрҙең талаптарына тап килә”, – тип белдерҙеләр күҙәтеү ведомствоһында. Фото: 102.fsvps.gov.ru.
Башҡортостан Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға 279 тонна көрпә оҙатты
25 июня 202525 июн 2025
~1 мин