Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Балалар өсөн экодәрес уҙғарылды

Өфө ҡалаһының “Дружный” һауыҡтырыу лагерында ял иткән балалар өсөн “Таҙа планета: экономиялайбыҙ һәм эшкәртәбеҙ” экология дәресен үткәрҙеләр, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Сара “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарына ярашлы үтте. Осрашыу барышында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы вәкилдәре тәбиғәт ресурстарын һаҡлауҙың һәм ҡалдыҡтарҙы дөрөҫ утилләштереүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне. Балалар сүп-сарҙы сорттарға айырыуҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға нисек ярҙам итеүе хаҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар. Предприятие белгестәре ғәҙәттәге бәләкәй генә үҙгәрештәрҙең дә экологик хәлгә нисек йоғонто яһауы тураһында миҫалдар килтерҙе. Дәресте тамамлағас, балалар экологик йәшәү рәүеше буйынса иҫкәрмәләр алды һәм алған белемдәрен лагерҙа ғына түгел, өйҙә лә ҡулланырға вәғәҙә бирҙе. Бындай дәрестәр йәш быуынға тәбиғәтте һаҡлауҙың мөһимлеген аңларға һәм уларҙы

Өфө ҡалаһының “Дружный” һауыҡтырыу лагерында ял иткән балалар өсөн “Таҙа планета: экономиялайбыҙ һәм эшкәртәбеҙ” экология дәресен үткәрҙеләр, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Сара “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарына ярашлы үтте. Осрашыу барышында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы вәкилдәре тәбиғәт ресурстарын һаҡлауҙың һәм ҡалдыҡтарҙы дөрөҫ утилләштереүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне. Балалар сүп-сарҙы сорттарға айырыуҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға нисек ярҙам итеүе хаҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар. Предприятие белгестәре ғәҙәттәге бәләкәй генә үҙгәрештәрҙең дә экологик хәлгә нисек йоғонто яһауы тураһында миҫалдар килтерҙе. Дәресте тамамлағас, балалар экологик йәшәү рәүеше буйынса иҫкәрмәләр алды һәм алған белемдәрен лагерҙа ғына түгел, өйҙә лә ҡулланырға вәғәҙә бирҙе. Бындай дәрестәр йәш быуынға тәбиғәтте һаҡлауҙың мөһимлеген аңларға һәм уларҙы тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙың практик ысулдарына өйрәтергә ярҙам итә. “Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: https://contenta.info/press_releases/1027535#scroll