Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

ИҒТИБАР: 27 июндә Өфөлә түләүле туҡталҡалар эшләй башлай!

27 июндә Өфөлә түләүле туҡталҡалар (парковкалар) эшләй башлай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, улар өсөн ҡаланың тарихи үҙәгендәге туғыҙ участкала 1188 урын билдәләнгән. Парковка сәғәте хаҡы 40 һум тәшкил итәсәк. Тәүге 20 минут бушлай. Порталда түләргә мөмкин – parking02.ru; “Горпарковки” мобиль ҡушымтаһы аша; ҡыҫҡа номерлы 2730 СМС ярҙамында; яҡындағы банкоматта. Түләмәгән өсөн 1 500 һум күләмендә штраф һалына. “Горпарковки” мобиль ҡушымтаһында һәм сайтында parking02.ru өҫтәмә түләү функцияһы ҡаралған. Уның ярҙамында туҡталҡаға ағымдағы тәүлектең 23:59 сәғәтенә тиклем түләргә мөмкин, был осраҡта штраф билдәләнмәй. Әлегә ҡушымтала 15 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Туҡталҡа өсөн түләү талап ителмәгән бер нисә осраҡ ҡаралған: - транспорт сараһы туҡтағанда 20 минуттан кәмерәк ваҡытҡа; - эш көндәрендә 21:00 сәғәттән 7:00 сәғәткә тиклем (урындағы ваҡыт буйынса); - ял һәм байрам көндәрендә; - спорт, мәғариф, мәҙәниәт, медицина объекттарына, шулай уҡ дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарын

27 июндә Өфөлә түләүле туҡталҡалар (парковкалар) эшләй башлай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, улар өсөн ҡаланың тарихи үҙәгендәге туғыҙ участкала 1188 урын билдәләнгән. Парковка сәғәте хаҡы 40 һум тәшкил итәсәк. Тәүге 20 минут бушлай. Порталда түләргә мөмкин – parking02.ru; “Горпарковки” мобиль ҡушымтаһы аша; ҡыҫҡа номерлы 2730 СМС ярҙамында; яҡындағы банкоматта. Түләмәгән өсөн 1 500 һум күләмендә штраф һалына. “Горпарковки” мобиль ҡушымтаһында һәм сайтында parking02.ru өҫтәмә түләү функцияһы ҡаралған. Уның ярҙамында туҡталҡаға ағымдағы тәүлектең 23:59 сәғәтенә тиклем түләргә мөмкин, был осраҡта штраф билдәләнмәй. Әлегә ҡушымтала 15 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Туҡталҡа өсөн түләү талап ителмәгән бер нисә осраҡ ҡаралған: - транспорт сараһы туҡтағанда 20 минуттан кәмерәк ваҡытҡа; - эш көндәрендә 21:00 сәғәттән 7:00 сәғәткә тиклем (урындағы ваҡыт буйынса); - ял һәм байрам көндәрендә; - спорт, мәғариф, мәҙәниәт, медицина объекттарына, шулай уҡ дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмаларға парковкаға ингәндән һуң 60 минут эсендә туҡталған сауҙа комплексы; - махсус хеҙмәттәр транспорт саралары (ашығыс ярҙам, полиция, янғын һүндереүселәр һәм башҡалар); - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны идара иткән йәки шундай ветеранды ташыған транспорт саралары; - хәрби хәрәкәттәр ветераны идара иткән транспорт саралары; - I, II, III төркөм инвалиды идара иткән йәки бындай инвалидты йәки инвалид балаларҙы ташыған транспорт саралары; - ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) береһенә йәки күп балалы тип танылған ғаиләлә милек хоҡуғы опекунына ҡараған транспорт саралары; - электр двигателдәре менән генә йыһазландырылған транспорт саралары. Ташлама алыу өсөн ғариза биреүгә документтар пакеты: паспорт, ИНН, СНИЛС, инвалидлыҡ тураһында таныҡлыҡ/ветеран таныҡлығы/күп балалы ғаилә документтары; ПТС йәки СТС менән яҡындағы Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. “Күп балалы ғаилә” һәм “Электромобиль” категориялары өсөн өҫтәмә рәүештә бөтә кимәлдәге бюджеттарға һалым, йыйымдар һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр түләү буйынса бурыстың булмауы тураһында белешмә ҡушырға кәрәк. Әлеге ваҡытта 600 кеше ташлама алған, 1500-гә яҡын ғариза бирелгән. Өфөлә түләүле парковкалар ойоштороу тураһында тулы мәғлүмәт түбәндәге һылтанма буйынса бирелгән: https://gorodufa.ru/about/info/news/17062025-platnye-parkovki-v-ufe-podrobno/. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.