Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Картуфлы-итле билмән бешереп ҡарайыҡ!

"Бөгөн бер тәмлекәс бешерҙем әле, әхирәттәр!Картуфлы-итле билмән тип әйтәйемме, вареники тиһәм дөрөҫөрәк булырмы? Нисек кенә атаһаң да, танһыҡҡа тәмле инде.Башта билмән ҡамыры әҙерләнем. Онға ике йомортҡа, саҡ ҡына тоҙ, стаканды тултырмай һыуыҡ һыу, ике аш ҡашығы көнбағыш майы ҡушып ҡамыр баҫтым да, ситкәрәк алып ҡуйҙым.Шунан, йәһәт кенә эслеген әҙерләнем:Ике ҙур ғына картуфты ҡырғыс аша үткәреп, һыуын һыҡҡас, һуған, тоҙ, борос, ярты йомарлам фарш менән бутаным.Үтә йоҡа итмәй генә ҡамырҙы йәйеп, түңәрәктәр ҡырҡтым. Аҙаҡ һәр түңәрәктең эсенә эслекте һалып билмәнде (вареники) эшләнем дә, бешереп алдым!Майлаптырып, йәшел тәмләткестәр, соус - моус ҡушып ашаһаң...ммм.....Тәмле!" - тип яҙған ул үҙенең "Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөндә. Фото һәм сығанаҡ: "Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөнән