Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"54 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Бындай ярҙамды артабан да күрһәтәсәкбеҙ"

24 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 24-се ултырышында ҡатнашты. Ул төбәк парламентының яҙғы эш сессияһын тамамланы. Сара башланыр алдынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай фойеһында республика етәксеһе “Үҙ Геройҙарыбыҙ” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың портреттары күргәҙмәһен ҡараны. Экспозицияла хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең 24 картинаһы, шул иҫәптән 15 Рәсәй Геройы һәм Батырлыҡ орденының өс кавалеры бар. Һигеҙ портретта Башҡортостан яугирҙәре һүрәтләнгән. Картиналарҙың авторҙары – Вера Фролова һәм Марат Мөхәмәтйәнов. Төбәк Башлығы парламентарийҙарға махсус хәрби операцияға булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм уларға Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Республика һәм муниципаль кимәлдәге депутаттар, бөтә сәйәси фракциялар ағзалары махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса үтә мөһим миссияны үтәй. Был бик күп йүнәлешле эш. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.

24 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 24-се ултырышында ҡатнашты. Ул төбәк парламентының яҙғы эш сессияһын тамамланы. Сара башланыр алдынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай фойеһында республика етәксеһе “Үҙ Геройҙарыбыҙ” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың портреттары күргәҙмәһен ҡараны. Экспозицияла хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең 24 картинаһы, шул иҫәптән 15 Рәсәй Геройы һәм Батырлыҡ орденының өс кавалеры бар. Һигеҙ портретта Башҡортостан яугирҙәре һүрәтләнгән. Картиналарҙың авторҙары – Вера Фролова һәм Марат Мөхәмәтйәнов. Төбәк Башлығы парламентарийҙарға махсус хәрби операцияға булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм уларға Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Республика һәм муниципаль кимәлдәге депутаттар, бөтә сәйәси фракциялар ағзалары махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса үтә мөһим миссияны үтәй. Был бик күп йүнәлешле эш. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ гуманитар конвойҙар ойоштороуҙа ҡатнашаһығыҙ, күп кенә хеҙмәттәштәрегеҙ Ватанды һаҡлау өсөн алғы һыҙыҡҡа юллана, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына 54 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Бындай ярҙамды артабан да күрһәтәсәкбеҙ. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың Милли музейы булышлығында әҙерләнгән “Символдың тыуыуы” күргәҙмәһе менән танышты. Экспозиция скульптор Сосланбәк Тавасиев эшләгән Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәле тарихына арналған. Монумент Өфөлә 1967 йылда ҡуйылған. Быйыл иһә һәйкәлде реставрациялау буйынса эштәр башлана. *** Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында депутаттар вице-премьер – төбәктең ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың 2024 йылда республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереү дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында докладын тыңланы. Агросәнәғәт комплексының эш күрһәткестәре тармаҡтың тотороҡло үҫешен күрһәтә. Мәҫәлән, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү индексы 100,8 процент тәшкил иткән, был Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ (96,8 процент). Төбәк аграрийҙары 252 миллиард һумлыҡ тауар етештергән, был илдә туғыҙынсы урын. – Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә туранан-тура ярҙамға яҡынса 4,3 миллиард һум йүнәлтелде, шул иҫәптән 2,3 миллиард һум-республика бюджетынан, – тип хәбәр итте Илшат Фәзрахманов. – Ә 2024 йылда аграр секторға ярҙам итеү өсөн төбәккә бөтәһе 9 миллиард һумдан ашыу федераль саралар йәлеп ителде. Вице-премьер төбәктең агросәнәғәт комплексы эшенең төп йүнәлештәренә һәм перспективалы проекттарға ентекле туҡталды. Атап әйткәндә, Илшат Фәзрахманов аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте үҫешенең яҡшы үҫешен билдәләне, ул 2024 йыл йомғаҡтары буйынса 38,4 процентҡа артҡан. Башҡортостан Башлығы башланғысы менән иҡтисадтың был секторына ярҙам программаһы эшләй башланы. Уның бурысы – Волга буйы федераль округында аҙыҡ-түлек етештереү буйынса республиканың алдынғы позицияларын тәьмин итеү. Бынан тыш, төбәктә агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә. Һүҙ йәш белгестәргә грант ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыу хаҡында бара. 2025 йылдан был эште “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының “Кадрҙар” федераль проекты сиктәрендә алып баралар. 2025 йылда был маҡсаттарға федераль бюджеттан 622 миллион һум, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт аграр университетын яңыртыуға 540 миллион һум йүнәлтеләсәк. Фото: glavarb.ru.