Бөрө ҡалаһында нәшер ителгән "Победа" гәзитенә 105 йыл тулды. Әйткәндәй, район гәзиттәре араһында баҫма иң өлкәндәрҙән һанала. Бөрө районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Андрей Плотников әйтеүенсә, гәзит мәғлүмәт сығанағынан тыш, уның тормошоноң бер өлөшө. Андрей Александрович бер төркөм уңғандарҙы хакимиәттең Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләне. – 1920 йылдың ҡайһылай ҡатмарлы осор икәнен барыбыҙ ҙа белә, бына шул йылда гәзит сыға башлаған, – тине "Победа" гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Ольга Тимофеева. – Мөҡәддәс бурыстарҙың береһе – халыҡҡҡа тик дөрөҫлөктө еткереү, беҙ тап ошо юлды һайлағанбыҙ ҙа инде. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов билдәләүенсә, Бөрө ҡалаһы йылдан-йыл үҫә һәм төҙөкләнә бара. Шуның менән бер рәттән бында сыҡҡан "Победа" гәзитенең дә абруйы кешеләр араһында бар, тиражы ла артыуға табан бара. Вәдүт Ғәйфулла улы сығышы менән Бөрө тарафтарынан булған һәм район гәзит