Башҡортостан Республикаһы Милли музейы хеҙмәткәрҙәре «Баймаҡ районында С.И. Руденко эҙҙәре буйлап» тип аталған этнографик экспедиция менән Темәс ауылында ла булдылар. Коллегалар Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының ремонт эштәре менән таныштылар. Артабан Илшат Хәмит улы Ситдиҡовтың йылҡы фермаһында (йәйләү) ҡымыҙ бешеү серҙәре менән таныштылар, аттарҙа һыбай йөрөп ҡаранылар. Шулай уҡ ауылыбыҙҙың шәп егеттәренең береһе-Радик Рим улы Исхаҡовтың таш эшкәртеү цехы менән таныштылар. Музей мөдире Айҙар Рәйес улы Мәжитов ҡунаҡтарға башҡорт милли йәйәнән уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте.
Башҡортостан Республикаһы Милли музейы хеҙмәткәрҙәре «Баймаҡ районында С
24 июня 202524 июн 2025
~1 мин