Башҡортостанда Волга буйы федераль округында тәүгә булдырылған һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү программаһы эшләй. Был хаҡта «Башҡортостанда хәүефһеҙ йәйге миҙгел» брифингы барышында Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов һөйләне. 2025 йылдан республика халҡының хәүефһеҙ ял итеү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында төбәктең һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү программаһын тормошҡа ашырыу башланды. – Уның төп бурыстарының береһе – халыҡтың ялын хәүефһеҙ итеп ойоштороу, яңы ял урындары булдырыу. Был башланғыс 2030 йылға һыу объекттары булған бөтә ҡала һәм ауылдарҙы үҙ эсенә алырға мөмкинлек бирәсәк. Бында 936 ауыл һәм ҡалалағы 1 377 ял итеү урыны тураһында һүҙ бара, – тип билдәләне Кирилл Первов. Бер ял итеү урынын булдырыу өсөн программа һыу объектының төбөн тикшереү һәм таҙартыу, ҡотҡарыу ҡалҡанын ҡуйыу, шулай уҡ һыу инеү миҙгеленә ҡотҡарыусылар дежурлығын ойоштороу кеүек саралар исемлеген тәҡдим и