Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Вай-фай" тынғылыҡ бирмәй

Махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттың тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуы һәр ваҡыт байрамға тиң. Мәҫәлән, тыумышы менән Ҡыйғы районынан булған ил һаҡсыһының ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтыуын барыһы ла түҙемһеҙләнеп көттө. – Беҙҙең яҡташыбыҙ, ә ул кесе лейтенант, позывнойы – "Вай-фай", ялға ҡайтып төштө, ҡыйғыларҙың һөйөнөсө сикһеҙ, – тип һөйләй Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Салауат Фәтҡуллин. – Сәй табынында матур итеп әңгәмәләшеп ултырҙыҡ, асыҡ һөйләшеү килеп сыҡты. Әлбиттә, ил һаҡсылары күп эшләй, аҙ һөйләй. Ул шулай булырға тейеш тә. Уның ҡарауы, яҡташыбыҙ эшлекле тәҡдимдәрен еткерҙе. Ватан һаҡсыһының кәңәштәренә мотлаҡ ҡолаҡ һаласаҡбыҙ. Форсаттан файҙаланып, офицерға бронежилет бүләк итеүе тураһында ла бәйән итте Салауат Факил улы. Әйткәндәй, бронежилет һатып алыуға аҡсаны халыҡ үҙе йыйған. Беҙгә билдәле булыуынса, "Вай-фай" ҙа, уның яуҙаштары ла дошманға һис кенә лә тынғылыҡ бирмәй икән. "Вай-фай"ҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ошо төрлө кәрәк-яраҡтар һалдаттарға үҙҙәрен һаҡлаулы ла, яҡл

Махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттың тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуы һәр ваҡыт байрамға тиң. Мәҫәлән, тыумышы менән Ҡыйғы районынан булған ил һаҡсыһының ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтыуын барыһы ла түҙемһеҙләнеп көттө. – Беҙҙең яҡташыбыҙ, ә ул кесе лейтенант, позывнойы – "Вай-фай", ялға ҡайтып төштө, ҡыйғыларҙың һөйөнөсө сикһеҙ, – тип һөйләй Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Салауат Фәтҡуллин. – Сәй табынында матур итеп әңгәмәләшеп ултырҙыҡ, асыҡ һөйләшеү килеп сыҡты. Әлбиттә, ил һаҡсылары күп эшләй, аҙ һөйләй. Ул шулай булырға тейеш тә. Уның ҡарауы, яҡташыбыҙ эшлекле тәҡдимдәрен еткерҙе. Ватан һаҡсыһының кәңәштәренә мотлаҡ ҡолаҡ һаласаҡбыҙ. Форсаттан файҙаланып, офицерға бронежилет бүләк итеүе тураһында ла бәйән итте Салауат Факил улы. Әйткәндәй, бронежилет һатып алыуға аҡсаны халыҡ үҙе йыйған. Беҙгә билдәле булыуынса, "Вай-фай" ҙа, уның яуҙаштары ла дошманға һис кенә лә тынғылыҡ бирмәй икән. "Вай-фай"ҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ошо төрлө кәрәк-яраҡтар һалдаттарға үҙҙәрен һаҡлаулы ла, яҡлаулы ла хис итеү өсөн ныҡ отошло, бронежилет иһә алғы һыҙыҡта үҙеңде ышаныслы тойорға ярҙам итә. Фото: Юлиә Фазлиәхмәтова.