Өфө фән һәм технологиялар университетының 3-сө курс студенты Эльмира Абдрахманова, “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (нац.проект "Молодежь и дети) ярҙамында, Харбин инженерҙар университетында стажировка үтте. Эльмира эш барышында материалдарҙы тикшереү ысулдарын үҙләштерҙе, шул иҫәптән, электрон растров һәм яҡтылыҡ биреүсе микроскопияны ла. Ҡытай хеҙмәттәштәре менән эш һөҙөмтәһендә ғилми мәҡәлә яҙылды, студент шулай уҡ бер абруйлы журнал өсөн мәҡәлә әҙерләй. Эльмира Абдрахманованың алдағы эш планында –рус һәм инглиз телдәрендә бакалавр дипломын яҡлау һәм Рәсәй һәм Ҡытай вуздарының дипломдарын алыу өсөн магистратураға инеү. “Сәфәр миңә сағыу тәьҫораттар бүләк итте, ҡытай мәҙәниәте һәм кухняһы беҙҙекенән ныҡ айырыла.Сит илдә үҙ аллы йәшәү ҡыҙыҡ булды. Университетта мин профессорҙар һәм аспиранттар менән инглиз телендә аралаштым, ә көндәлек тормошта – ҡытай телендә. Минеңсә, телде яҡшы ғына үҙләштерҙем. Был тәжрибә фән өсөн генә ҡиммәт түгел, тормош өсөн дә файҙалы булды, мин башҡа